Өфөнән Рушан Хәсәнов һыбай уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогында мәргәнлеген күрһәтте11.06.2025
Фото: «Аҡбуҙат» республика йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге

Өфөнән Рушан Хәсәнов һыбай уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогында мәргәнлеген күрһәтте

Мәскәү өлкәһендә Өфө спортсылары ат спорты ярышында оҫталығын күрһәтте. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһе Раменский районының «Каскад» ат спорты клубында һыбай уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогы уҙҙы.


Башҡортостан командаһы составында «Аҡбуҙат» ипподромының ат спорты буйынса инструкторы Рушан Хәсәнов ҡатнашты. Ярыш халыҡ-ара аттан уҡ атыу альянсының (IHAA) Табла, Рейд һәм Башня маршруттары буйынса үтте. Рушан Хәсәнов Tabla маршрутында беренсе урынды яуланы.


Абсолют зачетта яҡташыбыҙ, еңеүсенән аҙ ғына ҡалышып, икенсе урынды алды.


Әйткәндәй, был ярыш илдең йыйылма командаһына һайлап алыу туры ла булып тора.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-11/konnyy-luchnik-iz-ufy-rushan-hasanov-pokazal-metkuyu-strelbu-na-kubke-rossii-4273459






 


 



Вернуться назад