Республикабыҙ еңел атлеттары Чебоксарҙа 29 миҙал яуланы10.06.2025
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Республикабыҙ еңел атлеттары Чебоксарҙа 29 миҙал яуланы

Башҡортостан спортсылары Чебоксарҙа еңел атлетика буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында һәм беренселегендә егерме туғыҙ миҙал алды.


Турнирҙа 14 төбәктән 1000-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар биш йәш категорияһында ярышты.


Башҡортостандың спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, республика командаһы туғыҙ алтын, 14 көмөш, алты бронза наградаларға лайыҡ булды. 1-3 августа команда Краснодарҙа  Йәштәр спартакиадаһы финалында ҡатнаша.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-10/legkoatlety-iz-bashkirii-zavoevali-29-medaley-v-cheboksarah-4272167



Вернуться назад