Башҡортостандан Владислав Волков Төркиәлә донъя чемпионы исемен алды04.06.2025

Башҡортостандан Владислав Волков Төркиәлә донъя чемпионы исемен алды

Башҡортостандан Владислав Волков ҡул һуғышы буйынса донъя чемпионы исемен яуланы. Спортсының еңеүе тураһында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.


Турнир Төркиәнең Бурса ҡалаһында үтте. Унда донъяның 32 иленән спортсылар ҡатнашты. Владислав милли йыйылма команда составында 57 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында «Алыш» дисциплинаһында иң көслөһө тип танылды.


Бынан алдараҡ Руслан Хәбибов «Салауат Юлаев» хоккей клубы капитаны Григорий Панин менән осрашты һәм уның менән Башҡортостан хоккейының киләсәге тураһында фекер алышты.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-06-04/vladislav-volkov-iz-bashkirii-zavoeval-v-turtsii-titul-chempiona-mira-4263967



Вернуться назад