Республикабыҙ рапиристары Минскиҙа «көмөш» һәм «бронза» яуланы
Башҡортостан рапиристары Минскиҙа Союз дәүләтенең асыҡ чемпионатында көмөш һәм «бронза миҙалдарға лайыҡ булды. Был хаҡта республиканың спорт министрлығы хәбәр итә.
Арина Захарова ярышта көмөш призёр булды. Бронза призёрҙар — Таисия Ларькина һәм Полина Хәйертдинова.
Бынан алдараҡ ошо уҡ турнирҙа Аделина Заһиҙуллина һәм Анастасия Иванова алтын миҙалдар яулағайны.