Башҡортостан шашкасыһы донъя беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булды
Башҡортостан шашкасыһы Ульяна Тафинцева һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсылар араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Республиканың үҙәк шашка клубынан хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай шашкасыһы финалда Үзбәкстандан 18 йәшлек спортсынан еңелде.
Ярыштар Төркиәлә ике этапта уҙҙы. Тәүҙә һайлап алыу турниры булды, артабан олимпия системаһы буйынса ярымфинал һәм финал үтте. 11 йәшлек Ульяна Тафинцева юниорҙар араһында һуҡырҙар спорты буйынса турнирҙа сығыш яһаны. Ул Азербайжан, Ҡаҙағстан, Молдавия, Польша, Рәсәй, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстандан 30-ға яҡын спортсы араһында иң йәш спортсы булды.