Яҡташыбыҙ Азалия Әминева Әрмәнстанда бокс буйынса Европа беренселегендә сығыш яһай
Башҡортостандан Азалия Әминева Әрмәнстанда бокс буйынса Европа беренселегендә ҡатнаша. Спортсы Рәсәй беренселегендә ышаныслы еңеп, халыҡ-ара ярыштарға юллама алды. Был турала республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Финалда Азалия Краснодар крайы вәкиле Анастасия Мамай менән осрашты. Алыш яҡташыбыҙ файҙаһына 5:0 иҫәбе менән тамамланды.