Башҡортостан рапирасылары Рәсәй йәштәр беренселегендә алтын миҙал яуланы26.05.2025
Фото: Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы

Башҡортостан рапирасылары Рәсәй йәштәр беренселегендә алтын миҙал яуланы

Йәштәр араһында Фехтование буйынса Рәсәй беренселеге Башҡортостан рапирасыларының еңеүе менән тамамланды, тип хәбәр итте республиканың вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.


Фехтование буйынса Рәсәй йәштәр беренселеге Тула ҡалаһында үтте. Рапирала фехтование буйынса команда ярыштарында Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Әмир Фәхретдинов һәм Дәүләт Хәйретдинов алтын миҙал алды. Икенсе урында – Санкт-Петербург спортсылары, өсөнсөлә иһә Түбәнге Новгород өлкәһе яулай.


«Афарин, егеттәр! Башҡортостан фехтованиеһының киләсәге», – тине Руслан Хәбибов.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-05-26/bashkirskie-rapiristy-zavoevali-zoloto-na-molodezhnom-pervenstve-rossii-4250136



Вернуться назад