«Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселеген һаҡлап ҡала
«Салауат Юлаев» хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдарын яулағандан һуң етәкселәр составын һаҡлап ҡала, тип яҙа ТАСС Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һылтанма менән.
Республика етәксеһе федераль баҫма журналисы менән әңгәмәлә билдәләүенсә, ул «юлаевсылар»ҙың етәкселәренә яңы миҙгелгә төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен билдәләгән.
«Беҙҙе алдағы ике миҙгелдең һөҙөмтәһе бик ҡыуандырманы, был миҙгелдә яҡшы хоккей күрһәттеләр. Бәлки, аҙ ғына тырышлыҡ етмәгәндер, ләкин команда тап ошо етәкселек менән уңышҡа өлгәшә ала», – тип Радий Хәбировтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС агентлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдан Өфө клубының генераль директоры – Ринат Бәширов. Ә бер нисә көн элек Виктор Козлов менән контрактты ике йылға оҙайтыуҙары билдәле булды.
Плей-офтың ярымфиналында «Салауат Юлаев» Ярославлдең «Локомотив»ынан еңелде. Башҡортостан Башлығы Ярославлгә хәл иткес уйынды барып ҡараны, һуңынан хоккейсылар янына килеп, миҙгелдәге уйын өсөн рәхмәт белдерҙе.