Өфө бодибилдеры Рөстәм Кәбиров – дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы28.04.2025
Фото: Р.Кәбировтың шәхси архивы

Өфө бодибилдеры Рөстәм Кәбиров – дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы

Өфө бодибилдеры Рөстәм Кәбиров Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итә Мәскәүҙең Бодибилдинг федерацияһы. Спортсы дүртенсе тапҡыр ил чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ульяновскиҙа ярыш 28 апрелгә тиклем бара.


Рөстәм Кәбиров «Пляж бодибилдингы. Мастерҙар» категорияһында иң яҡшыһы тип танылды. «182 сантиметрға тиклем пляж бодибилдингы» номинацияһында – икенсе,  «Атлетик бодибилдинг»та – өсөнсө, «Фитнес парҙар»ҙа беренсе урынды алды.


Хәбәр иткәнебеҙсә, бынан алдараҡ яҡташыбыҙ Донъя кубогын яуланы. 


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-04-28/ufimskiy-bodibilder-rustem-kabirov-v-chetvertyy-raz-stal-chempionom-rossii-4215396



Вернуться назад