Башҡортостандан күреү һәләте боҙолған йөҙөүселәр 11 миҙал яуланы25.04.2025
Фото: 2-се спорт мәктәбе (Содовик)

Башҡортостандан күреү һәләте боҙолған йөҙөүселәр 11 миҙал яуланы

Стәрлетамаҡтан күреү һәләте боҙолған йөҙөүселәр Артур Сәйфетдинов һәм Виталий Цыбрюк Рәсәй чемпионатынан 11 миҙал менән ҡайтты. Ярыштар Калуга ҡалаһында уҙҙы.


2-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Артур Сәйфуллин биш көмөш миҙал яуланы (арҡаға ятып, брасс һәм ирекле стилдә йөҙөүҙә, йәнә эстафета составында икенсе булып килде).


Виталий Цыбрюк 50 һәм 100 метрға ирекле стилдә йөҙөүҙә – ике алтын миҙал, шәхси ярышта һәм эстафеталарҙа ике көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.


Балаларҙың тренеры – Александр Живаев.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-04-25/plovtsy-s-narusheniem-zreniya-iz-bashkirii-privezli-11-medaley-4213142



Вернуться назад