«Үҙ башҡорто иттеләр»: хоккейсы Илдан Ғәзимов Өфөлә тәүге шайбаһын сәпәне
Беҙҙең юлаевсылар командаһында үҙебеҙҙең милләттәштәр уйнамағас, хоккейҙы ҡарауы ла ҡыҙыҡ түгел, тип ҡуя бәғзе башҡорт көйәрмәндәре. Хәйер, улар хаҡлылыр ҙа. Шулай ҙа бөгөн ситтәге командалар өсөн уйнаған оҫта хоккейсыларыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин, Марат Хөснөтдинов һ.б. менән ғорурланабыҙ. Юлаевсыларға яңы ҡушылған Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһынан иң шәп сәкән һуғыусыларҙың береһе — Илдан Ғәзимов.
«Мине лә башҡорт итеп бөттөләр. Шулай ҡабул итеүҙәренә үпкәләйем дә, өндәшмәйем дә. Минең менән ғорурланһындар, әйҙә», — ти көлөмһөрәп Яр Саллы ҡалаһы егете Илдан Ғәзимов.
Илдан — Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 17 йәшендә Канадала уйнап ҡайтҡан, икенсе йәштәр лигаһында 42 уйында 48 мәрәйгә өлгәшкән. Былтыр «Салауат Юлаев»тың төп составына ҡушылған егет плей-оффтың беренсе һынауында «Себергә»гә гол индереп, көйәрмәндәр хәтерендә ҡалды. Был уның плей-оффта индергән тәүге шайбаһы ине.
«Был әллә ни ҙур ҡаҙаныш кеүек тойолмай. Мин шайбаны алыҫтан һуҡтым һәм нимә булғанын да аңламаным. Трибуналағы халыҡ дәррәү күтәрелгәс кенә, ҡапҡаға ингән шайбаны күреп ҡалдым. Ә бына даими миҙгелдәге тәүге гол хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. Ғүмер буйы Континенталь лигала уйнау тураһында хыялланаһың, ә һуңынан тәүге голыңды индерәһең... Иҫ киткес шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды. Дөйөм алғанда, карьерам дөрөҫ үҫешә тип уйлайым. Лигала оҫта хоккейсылар, ярыш сәме, һәм, әлбиттә, яңылышыу хатаһы ҡиммәтле», — тип һөйләне Илдан.
Хоккейсылар милли үҙаңын онотмай. Мәҫәлән, күптән түгел Канаданан килгән һөжүмсе Джошуа Ливоны милли аш-һыу менән һыйлағандар.
«Беҙҙә сит ил хоккейсылары күп. Әммә командабыҙ бик татыу. Инглизсә һөйләшәбеҙ, үҙ-ара шаярабыҙ. Хоккейсыларға милли мәҙәниәтебеҙ тураһында һөйләргә, милли аш-һыуыбыҙ менән һыйларға тырышам. Мәҫәлән, Ливо Американан килгәс, ҡымыҙ һәм сәк-сәктән ауыҙ итте», — ти юлаевсы.
Әлбиттә, төп һорау — бөгөнгө уйындар. Юлаевсылар Мәскәүҙең «Спартак» клубына ике тапҡыр еңелгәндән һуң үҙен нисек тоя? Ярымфиналға үтә алырбыҙмы? Илдан Ғәзимов ошо хаҡта ла һөйләне.
«Спартак» менән уйнау ауырыраҡ, тип әйтә алмайым. Был бөтөнләй икенсе команда. «Себер»ҙән айырмалы рәүештә, улар асыҡ уйнайҙар, ябылып-бикләнеп ултырмайҙар, — ти Илдан. — Беҙ икенсе һәм өсөнсө уйындарҙы ла еңә алыр инек, тәүгеһен 4:1 менән тамамлап яҡшы булғайны. Әммә хаталар ебәрҙек, һөҙөмтәлә мәскәүҙәр һуңғы минутта еңел генә гол сәпәне. Хаталанмаһаҡ, еңәсәкбеҙ. Команданың кәйефе шәп. Шул уҡ даими миҙгелдәге кеүек үк әҙерләнәбеҙ. Тренерҙарҙан талаптар бер үк».
Илданға һәм «Салауат»ҡа уңыштар теләйбеҙ!
Әлегә сирекфинал серияһында «Салауат Юлаев» «Спартак»тан 1:2 иҫәбенә еңелеп килә. Бөгөн дүртенсе уйын Мәскәүҙә үтә.