Өфө шорт-трексылары – Бөтә Рәсәй ярыштарының бронза призерҙары16.04.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Өфө шорт-трексылары – Бөтә Рәсәй ярыштарының бронза призерҙары

Өфө шорт-трексылары Пензала конькиҙа уҙышыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙалдар яуланы. Йәш яҡташтарыбыҙ өс миҙал алды, тип хәбәр итә Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы.


Эрик Ерьесов – 777 метрлыҡ, ә Гордей Ельменев 222 метрлыҡ дистанцияла өсөнсө булып килде. Вероника Волошина, Арина Князева, Дарья Вишневская һәм Аида Мостафина команда эстафетаһында тағы бер миҙал яуланы.


Бынан алдараҡ Өфө тенниссыһы халыҡ-ара ярыштарҙа алтын миҙалға лайыҡ булғайны.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-04-16/short-trekisty-iz-ufy-stali-bronzovymi-prizerami-vserossiyskih-sorevnovaniy-4200746



Вернуться назад