Башҡортостан көрәшселәре Рәсәй беренселегендә 6 миҙал яуланы
Башҡортостан көрәшселәре билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә ике алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Ярыштар Дағстанда үтте.
Алтын миҙалға Зарина Ғәбиҙуллина һәм Варвара Омелина лайыҡ булды, Диана Котловская – көмөш, Роман Ханжин, Ярослава Порываева һәм Марлен Тюлюкбаев бронза миҙалдар менән бүләкләнде.
Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 атлет май айында Үзбәкстанда донъя беренселегендә ҡатнашыуға саҡырыу алды.