Республикабыҙ спортсыһы каноэла ишеү буйынса Бөтә Рәсәй турнирында бронза миҙал алды26.03.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республикабыҙ спортсыһы каноэла ишеү буйынса Бөтә Рәсәй турнирында бронза миҙал алды

Башҡортостандан Анастасия Самойлова байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал яуланы. Был турала республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Байдаркаоа һәм каноэла ишеү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары Краснодарҙа үтте. Анастасия 1000 метр арауыҡта бронза миҙал алды (юниорҙар араһында каноэла яңғыҙ ишеүҙә).


Бынан алдараҡ Башинформ яҡташыбыҙҙың дүрт ил рекордын ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-03-26/kanonistka-iz-bashkirii-zavoevala-bronzu-na-vserossiyskom-turnire-4172799



Вернуться назад