Башҡортостан шашкасылары Рәсәй чемпионатында дүрт миҙал яуланы27.03.2025
Фото: Анатолий Бабинцев

Башҡортостан шашкасылары Рәсәй чемпионатында дүрт миҙал яуланы

Башҡортостан шашкасылары халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙең команда чемпионатында дүрт миҙал яуланы. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар Мәскәү өлкәһендә үтте.


Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы ике алтын миҙал алды. Команда составында Айгөл Иҙрисова, Кристина Осипова һәм Агата Парахина сығыш яһаны.


Ир-егеттәр командаһы ла алтын һәм көмөш миҙал яулап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Уның составында: Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков, Марсель Шәрәфетдинов һәм Владимир Мильшин.


Чемпионат йомғаҡтары буйынса донъя команда чемпионатына милли йыйылма составы билдәләнде. Ул 2025 йылдың 1-6 майында Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта ойошторола.


2021 йылдан алып тәүге тапҡыр беҙҙең йыйылма команда рәсми рәүештә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында сығыш яһай. Рәсәйҙең Шашка федерацияһы президиумы 2024 йылда бер тауыштан Халыҡ-ара шашка ассоциацияһы менән эшләү һәм Бөтә донъя шашка федерацияһы менән хеҙмәттәшлекте туҡтатыу өсөн тауыш бирҙе.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-03-27/shashisty-bashkirii-zavoevali-chetyre-medali-na-chempionate-rossii-4174997



Вернуться назад