Башҡортостандан ауыр атлет дүрт ил рекорды ҡуйҙы25.03.2025
Фото: Руслан Хәбибовтың ТГ-каналы

Башҡортостандан ауыр атлет дүрт ил рекорды ҡуйҙы

Нефтекаманан ауыр атлет Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйып, Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Был хаҡта Башҡортостан вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.


«Айһылыуға 14 кенә йәш... Бына ниндәй көслө алмаш үҫә беҙҙә! Афарин!» — тип яҙа Хәбибов.


Спортсының Илзирә Усманова етәкселегендә шөғөлләнеүе билдәле.


Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнән Азалия Әминеваның рингта яңы рекорд ҡуйыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-03-25/tyazheloatletka-iz-bashkirii-ustanovila-chetyre-rekorda-strany-4171408



Вернуться назад