Республикабыҙ спортсылары пара-ски буйынса Рәсәй чемпионатында дүрт миҙал алды24.03.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республикабыҙ спортсылары пара-ски буйынса Рәсәй чемпионатында дүрт миҙал алды

Башҡортостан спортсылары пара-ски буйынса Рәсәй чемпионатында һәм беренселегендә дүрт миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың спорт министрлығынан.


Пара-ски (парашют менән һикереү + гигант слалом) буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге Кемеров өлкәһендә үтте, унда илдең 12 төбәгенән спортсылар ҡатнашты.


Пара-ски – икебәйгелә Виолетта Селедцова һәм Илшат Карамов көмөш пизер булды. Башҡортостан спортсылары Артем Боровик, Евгений Иванов, Илшат Карамов һәм Олег Шершнев команда ярыштарында көмөш миҙал яуланы.


Башинформ республикабыҙ спортсыһының тай боксы буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яулауын хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-03-24/sportsmeny-bashkirii-zavoevali-chetyre-medali-na-chempionate-rossii-po-paraski-4169409



Вернуться назад