Республикабыҙ каратистары Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы
Башҡортостандың йыйылма командаһы бөтә стилдәге каратэ буйынса ил ярыштарында еңеүсе булды. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар Ижевск ҡалаһында үтте. Унда 1000-дән ашыу спортсы ҡатнашты.
Республика каратистары 32 алтын, 20 көмөш һәм 13 бронза миҙал менән ҡайтты. Дөйөм миҙал зачетында Башҡортостан беренсе урынды алды.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан каратистарының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙған ярыштарҙа миҙалдар яулауын хәбәр иткәйне.