Өфө шахматсыһы Урал Хәсәнов Рәсәй чемпионатында икенсе урынды алды
Өфө шахматсыһы Урал Хәсәнов Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостан спорт министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.
Призлы урындар өсөн Бөтә Рәсәй һәм округ ярыштарында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән 37 шахматсы көс һынашты. Ике көн барған ярыштарҙан һуң Өфө гроссмейстеры Урал Хәсәнов 81,75 мәрәй менән икенсе урынға сыҡты.
Урал Хәсәнов Андрей Селиванов етәкселегендә шөғөлләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда 18 йәшлек шахматсы Урал Хәсәновҡа «Рәсәй гроссмейстеры» исеме бирелде. Шулай уҡ ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙған халыҡ-ара турнирҙа өс призерҙар иҫәбенә инде.