Башҡортостан ветераны Ханты-Мансиҙа икенсе алтын миҙал яуланы
Башҡортостандан МХО ветераны, республиканың йыйылма командаһы ағзаһы Олег Мөфтәхетдинов Ханты-Мансиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Бөтә Рәсәй Ватанды һаҡлаусылар» кубогында икенсе алтын миҙал яуланы. Был турала Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Бөгөн Олег биатлонда еңеүсе булды. Ул 3 саҡрым араны 6 минут 19 секундта үтте. Ә ике көн элек саңғы ярыштарында беренсе булып килде», — тип яҙҙы Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандарының йыйылма командаһы Юграла ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар Кубогы» ярыштарында ҡатнаша. Команда капитаны — махсус хәрби операция ветераны Артём Мөхәрәмов. Спортсылар командаһында шулай уҡ МХО ветерандары Радик Йосопов, Алексей Холопов бар.
Улар биатлон, саңғы уҙышы һәм тау саңғыһы кеүек спорт төрҙәрендә ярыша. Әйткәндәй, Алексей Холопов һәм Олег Мөфтәхетдиновтың бында ярыштарҙа сығыш яһау тәжрибәһе бар. Улар 2024 йылдың ноябрендә Сочиҙа Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар кубогында» ҡатнашты.