Баш ҡалала билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге башлана
Иртәгә, 14 мартта, Өфөлә 18-20 йәшлек егет-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге ярыштары башлана. Баш ҡалаһы хакимиәте хәбәр итеүенсә, турнирға илдең 25 төбәгенән спортсылар килә.
Төрлө ауырлыҡ категорияларында алыштар Көрәш һарайында ойошторола. Ярыштар иртәнге сәғәт 10-да башлана, беренселекте асыу тантанаһы көндөҙгө 3-тә була.
Тамашасылар өсөн инеү ирекле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Өфөлә Максим Серафимов иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы.
6+