Республикабыҙ көрәшселәре Рәсәй беренселегендә призлы урындар яуланы10.03.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республикабыҙ көрәшселәре Рәсәй беренселегендә призлы урындар яуланы

Башҡортостан көрәшселәре грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә призлы урындар яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Илья Кандалин – икенсе, 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Данила Мәрҙәнов өсөнсө урынды алды.


Ике спортсы ла Октябрьский ҡалаһының спорт мәктәбендә Алексей Зиманов етәкселегендә шөғөлләнә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан көрәшселәренең Рәсәй беренселегендә миҙалдарға лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-03-10/bortsy-iz-bashkirii-zavoevali-prizovye-mesta-na-pervenstve-rossii-4150789



Вернуться назад