Өфөнән Ксения Шаронова фристайл буйынса Рәсәй кубогын яуланы
Өфөнән Ксения Шаронова фристайл буйынса Рәсәй кубогын яуланы. Баш ҡалабыҙҙың олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе турнирҙың дөйөм зачеты йомғаҡтары буйынса «акробатика» дисциплинаһында еңеүсе булды. Был хаҡта Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Шунда уҡ, Ярославль өлкәһендә, фристайл буйынса Рәсәй чемпионаты үтте, Башҡортостан спортсылары иһә өс миҙал алды. Акробатикала Алиса Алексеева – көмөш, Арина Муллағәлиева бронзаға лайыҡ булды. Ҡатнаш акробатикала республика командаһы өсөнсө урын яуланы (Арина Муллағәлиева, Оскар Әйүпов, Илдар Хәкимов).
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө фристайлсыһының Рәсәй беренселегендә бронза миҙал алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.