Башҡортостан спортсыһы шорт-трек буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында өс алтын миҙал яуланы27.02.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан спортсыһы шорт-трек буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында өс алтын миҙал яуланы

Яҡташыбыҙ Артем Лузин бөтә Рәсәй ярыштарында өс алтын миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Артем 222, 500 һәм 777 метр арауыҡта уҙышыуҙа беренсе урынды алды.


Турнирҙа шулай уҡ Гордей Ельменев (500 метр) һәм София Петросян (өсбәйге) көмөш миҙал яуланы. Эрик Мирғәлиев (777 метр) һәм Вероника Волошина (500 метр) бронза миҙал алды. Бынан тыш, республиканың эстафета командалары 2 алтын һәм 2 бронза миҙалға лайыҡ булды.


 Конькиҙа йүгереү спорты буйынса «атҡаҙанған тренер Ю. А. Павловский призы»на Бөтә Рәсәй ярыштары Санкт-Петербургта уҙҙы. Унда илдең 12 төбәгенән 190 спортсы ҡатнашты.


Бынан алдараҡ «Башинформ» тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилованың юғары исемгә лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-27/short-trekist-iz-bashkirii-zavoeval-tri-zolota-na-vserossiyskih-sorevnovaniyah-4138452



Вернуться назад