Республика каратистары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙға ярыштарҙа миҙалдар яуланы
Башҡортостан каратистары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Фуджейра ҡалаһында уҙған халыҡ-ара ярыштарҙа миҙалдар яуланы. Ҡыуаныслы яңылыҡты республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Өфө ҡыҙы Аида Бикмәтова – 68 килограмм ауырлыҡ категорияһында беренсе, Сафия Маннанова 42 килограмм ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды алды.
Турнирҙа донъяның 86 иленән 2200 спортсы ҡатнашты.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө көрәшсеһенең грэпплинг буйынса Бөтә Рәсәй турнирында еңеүе тураһында хәбәр иткәйне.