Өфөнән Антон Бабиков Көслөләр кубогында шәхси уҙышта икенсе булып килде
Өфөнән Антон Бабиков Көслөләр кубогында 15 километрға шәхси ярышта икенсе булып килде. Ярыштар Беларусь Республикаһында уҙҙы.
Антон Бабиков старт еңеүсеһе Кәрим Хәлилиҙән 35,7 секундҡа ғына ҡалышты. Бронзаны Александр Поварницын яуланы.
Бабиков «Матч ТВ»-ға биргән интервьюһында уҙышта уға тиҙлекте һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне.
«Был миҙгелгә маҡсат үтәлде, иң мөһиме, мин һәйбәт тиҙлекте һаҡлап ҡала алдым. Артабан да шулай булыр тип ышанам», — тине биатлонсы.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө биатлонсыһы Антон Бабиковтың Берҙәмлек кубогы этабында бронза миҙал алыуы тураһында хәбәр иткәйне.