Яҡташ каратист Кипрҙа уҙған ярышта көмөш миҙалға лайыҡ булды
Башҡортостандан каратист Эрнест Шәрәфетдинов Кипрҙа уҙған «Karate1 Series A – Larnaca» халыҡ-ара ярышында көмөш миҙал яуланы. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән республика Спорт министрлығының телеграм-каналында уртаҡлаштылар.
Эрнест алты уйын үткәрҙе һәм 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алды.
Халыҡ-ара ярыштарҙың әлеге серияһы рейтинглы булып тора һәм турнирҙың спортсыларыбыҙ өсөн әһәмиәтле булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай, тип билдәләнеләр спорт ведомствоһында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан еңел атлетының Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яулауы хаҡында хәбәр иткәйне.