Республика көрәшселәре халыҡ-ара ярыштарҙа өс миҙал яуланы
Башҡортостан көрәшселәре Суздал грек-рим көрәше буйынса «Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Р.В.Кутузов мемориалы» халыҡ-ара ярыштарҙа өс миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Өфөнөң грек-рим көрәше мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Адлан Амриев 97 килограмм ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды.
Шулай уҡ 130 килограмға тиклемге категорияла Нохчо Лабазанов көмөш, Семен Панов бронза миҙалға лайыҡ булды.
«Башинформ» Башҡортостан спортсыһының тай боксы буйынса халыҡ-ара титул яулауы тураһында ла хәбәр иткәйне.