Өфө уҡыусыһы – классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы12.02.2025
Фото: Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте

Өфө уҡыусыһы – классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы

Өфөнән республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Морат Бастанов классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта Орджоникидзе районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.


Морат Бастанов мөмкин булған 9 мәрәйҙең етәүһен йыйып, 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһында беренсе урынды алды. Еңеү уға лайыҡлы награда ғына түгел, халыҡ-ара рейтингтың артыуына килтерҙе (+52 пункт).


«Морат шахмат менән өс йыл элек шөғөлләнә башланы. Йәш шахматсы 100-ҙән ашыу рейтинг турнирында ҡатнашып, спорт мастерлығына кандидат исемен алды. Уның уңыш сере – ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, командалыҡ рухы», – тип хәбәр итә муниципалитет хакимиәте.


Классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты финалы Сочиҙа уҙҙы. Унда 1000-дән ашыу шахматсы ҡатнашты. Турнир 9 турҙа үтте.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан спортсыларының ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында 2 көмөш миҙал яулауы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-12/shkolnik-iz-ufy-stal-chempionom-rossii-po-klassicheskim-shahmatam-4117088

Фото: Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте


Вернуться назад