Башҡортостан спортсылары ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында 2 көмөш миҙал алды
Башҡортостандың йыйылма командаһы иҫәбендә – Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар спортының ҡышҡы спартакиадаһында тағы 2 көмөш миҙал. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан спортсылары Зөлфир Зәйнуллин һәм Ангелина Хамицевич супер-гигантта икенсе урынды яуланы.
Ярыштар республиканың Әбйәлил районында «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге трассаһында уҙҙы.
Бөгөн спартакиадала тау саңғыһы спорты буйынса ярыштар дауам итә. Шулай уҡ керлинг, футзал, шахмат һәм хоккей буйынса финалдар һәм ярымфиналдар башланды. Тура трансляцияны Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты спорт федерацияһының социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың тау саңғысылары ҡышҡы Сурдлимпия уйындары призерҙары булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.