Республика спортсылары батутта һикереү буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында миҙалдар яуланы10.02.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Республика спортсылары батутта һикереү буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары Ырымбурҙа батутта һикереү буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында 7 миҙалға лайыҡ булды. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ командаһы иҫәбендә – 1 көмөш һәм 6 бронза награда.


Шәхси зачетта Өфөнөң «Спартак» олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Таһир Ҡәйүмов, Эрик Корнилов, Давид Бабурян, Роман Кириллов һәм Светлана Рассказова бронза, Илья Павлов көмөш миҙал яуланы. Команда зачетында Илья Павлов һәм Михаил Николаев (Стәрлетамаҡ) – өсөнсө урында. Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат һәм спорт мастеры исемен алды.


Бынан алдараҡ Башҡортостан мотоуҙышсыларының Рәсәй кубогында көмөш призер булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-10/sportsmeny-bashkirii-zavoevali-medali-na-chempionate-pfo-po-pryzhkam-na-batute-4115291


 


 



Вернуться назад