Өфөлә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище төҙөлә10.02.2025
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Өфөлә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашты һәм уның менән Башҡортостанда спортты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.


«Беҙ ысынлап та спортты үҫтерәбеҙ, яҡшы уңыштарыбыҙ бар. Ил Президенты Владимир Путин 2030 йылға республикала спорт менән даими шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн 70% еткереү бурысын ҡуйҙы. Әле беҙҙә был күрһәткес — 61,8%. Ошо бурысты үтәү өсөн яңы спорт ҡоролмаларын төҙөү эшен дауам итеү мөһим. Әлбиттә, бында Рәсәйҙең спорт министры ярҙамы кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.


Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара, тип өҫтәне ул. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училищеһы индерелергә тейеш. 


«Рәсәй – спорт державаһы» форумы барышында мин ил президентына Өфөлә еңел атлетика манежын һәм олимпия резервындағы училище төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт иттем. Владимир Владимирович беҙҙе хупланы. Шуға күрә әле алдыбыҙҙа ғәйәт ҙур эш тора. Дөйөм көс менән уны төҙөп бөтөрбөҙ тип ышанабыҙ», — тип пландары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-10/v-ufe-postroyat-legkoatleticheskiy-manezh-i-uchilische-olimpiyskogo-rezerva-4115470



Вернуться назад