Башҡортостан фристайлсыһы Рәсәй кубогында көмөш миҙалға лайыҡ булды05.02.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан фристайлсыһы Рәсәй кубогында көмөш миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостан фристайлсыһы Святослав Белянский Рәсәй кубогының беренсе этабында көмөш миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәш спортсы слоуп-стайл дисциплинаһында һөҙөмтәгә өлгәште.


Святослав Белорет районының тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Даниил Благодетелев етәкселегендә шөғөлләнә.


Фристайл буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабы Силәбе өлкәһенең Солнечная Долина ҡалаһында уҙҙы, тип билдәләнеләр министрлыҡта.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-05/fristaylist-iz-bashkirii-zavoeval-serebro-na-kubke-rossii-4109676



Вернуться назад