Башҡортостан спортсыһы фристайл буйынса Рәсәй кубогында миҙал яуланы04.02.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Башҡортостан спортсыһы фристайл буйынса Рәсәй кубогында миҙал яуланы

Башҡортостан спортсыһы Снежана Фролова фристайл буйынса Рәсәй кубогында бронза миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Снежана биг-эйр дисциплинаһында уңышҡа өлгәште.


Мейәс ҡалаһында фристайл буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы уҙҙы. Турнирҙа тотош илдән иң шәп спортсылар ҡатнашты.


Башҡортостандың Спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Снежана Фролова тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Даниил Благодетелев етәкселегендә шөғөлләнә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан кёрлингсыларының Волга буйы федераль округы беренселегендә бронза миҙал алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-04/sportsmenka-iz-bashkirii-zavoevala-medal-kubka-rossii-po-fristaylu-4107624



Вернуться назад