Яҡташыбыҙ Матвей Потапов атыу буйынса Рәсәй кубогында өсөнсө урын яуланы03.02.2025
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы

Яҡташыбыҙ Матвей Потапов атыу буйынса Рәсәй кубогында өсөнсө урын яуланы

Белореттан Матвей Потапов бәләкәй калибрлы ҡоралдан атыу буйынса Рәсәй кубогы этабында өсөнсө урынды алды. Илдең көслө спортсылары араһындағы ярыштар Ижевскиҙа үтте.


Башҡортостандың Спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Матвей – Белорет районының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Рәсәйҙең спорт мастеры.


Бынан алдараҡ Өфөнән Никита Богданов Рәсәй чемпионатында дүртенсе тапҡыр еңеүгә өлгәште.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-03/matvey-potapov-iz-bashkirii-zanyal-tretie-mesto-na-kubke-rossii-po-strelbe-4105826



Вернуться назад