Республиканың Бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды
2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Бокс федерацияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды. Республиканың вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Юғары награда бишенсе Бөтә Рәсәй боксерҙар форумында тапшырылды. Спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кеше бокс менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә. Ә 499-ҙан ашыу спортсы – Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат, 23-ө Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә, шулай уҡ икәүһе бокс буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды.
Бынан алдараҡ Өфөнән Никита Богданов Рәсәй чемпионатында дүртенсе тапҡыр еңеү яуланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».