Яҡташыбыҙ Флүр Нурлығаянов юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды
Рәсәй инвалидтар спорты союзы президенты Флүр Нурлығаянов «Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов тапшырҙы.
«Ысын мәғәнәһендә үҙ эшенә тоғро кеше. Үҙ ваҡытында Флүр Нурлығаянов Рәсәйҙең Паралимпия комитеты секретариатын етәкләне, Нагано-1998, Сидней-2000, Солт-Лейк-Сити-2002 йылдарҙа Паралимпия уйындарында илебеҙҙең йыйылма командалары миссиялары шефы булды, ә 1991 йылда Рәсәйҙә инвалидтар өсөн тәүге туристик поход ойошторҙо. Бөгөн Флүр Фәтхелғаян улы үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй», — тип яҙа Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.
Артабан Бөтә Рәсәй туриадаһына ярҙам көсәйтелә, Флүр Нурлығаянов уның кураторҙарының береһе булып тора, тип билдәләне вице-премьер.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Өфө» футболсыһының тыуған көнөн билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.