Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үткәрелә
Өфөлә 5-9 мартта грек-рим көрәше буйынса 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге ойошторола. Башҡортостан вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, был башланғыс менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы сығыш яһаған.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хупланы. Республиканың спорт көрәше федерацияһы һәм Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының тренерҙар составы вәкилдәре менән ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙек. Ярышты Көрәш һарайында үткәрергә йыйынабыҙ, – тип билдәләне Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Көрәш һарайы 2024 йылдың авгусында баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан асылды. Үҙенсәлекле спорт объектында «Рәсәй – спорт державаһы», ХХ Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы һәм Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үткәрелде. Көрәш һарайы шулай уҡ билбау көрәше буйынса Донъя кубогын, Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын ҡабул итте.
Өфөнөң яңы Көрәш һарайы нимәһе менән үҙенсәлекле, был хаҡта «Башинформ» материалында уҡығыҙ.