Яҡташыбыҙ – IV Рәсәй-Ҡытай уйындарының көмөш призеры
Башҡортостан иҫәбендә – Рәсәй-Ҡытай йәштәре ҡышҡы уйындарының өсөнсө миҙалы. Илдең йыйылма командаһы фристайл буйынса көмөш призер булды. Команда составында Башҡортостандың тау саңғыһы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Оскар Әйүпов та сығыш яһаны. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Бөтә команданы, беҙҙең Оскарҙы, уның тренерҙары Елена һәм Роберт Муллағәлиевтарҙы ҡотлайым!», – тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Оскар Әйүпов «акробатика» дисциплинаһында фристайл буйынса бронза призер булды.