Сергей Ғимаев – Туймазы районының Кәкребаш ауылы башҡорто13.01.2025
Фото: Туймазы районы хакимиәте

Сергей Ғимаев – Туймазы районының Кәкребаш ауылы башҡорто

Оҙаҡ йылдар танылған хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың ниндәй милләттән булыуы хаҡында бәхәстәр тынмай. 2016 йылда Сергей Ғимаев Туймазыға спорт учреждениеларын ҡарарға килгән ваҡытта крайҙы өйрәнеүсе ғалим Марат Ғәйнетдиновтан үҙенең шәжәрәһен төҙөүен үтенә.


Хоккейсының вафатына тик 4 йылға яҡын ваҡыт уҙғас, ғалим үҙенең асыштары менән уртаҡлаша:


«Мин уның башҡорт булыуына шикләнмәй инем. Спортсының ата-бабаһы сығышы менән Туймазы районының Кәкребаш ауылынан. 2016 йылда осрашыуҙа мин уға «Башҡорт ырыуҙары тарихы» китабын бүләк иттем, унда 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары араһында Кәкребаш ауылы тураһында мәғлүмәттәр барлығын әйттем. Бындай бүләккә бик ҡыуанғайны ул. Әммә һуңынан уның менән бәйләнеш өҙөлдө, ә киләһе йылдың яҙында яҡташыбыҙ мәрхүм булды.


Мин үҙем 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарын ҡарап сыҡҡайным, уның ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр тапманым. Бынан һуң Кәкребаш ауылына барып, халыҡ менән аралаштым, бер нисә кешенән һорау алдым. Әммә бер кем дә аныҡ ҡына мәғлүмәт бирә алманы.


Сергей Наил улының бер туғаны ғына, Ғимаев фамилияһы Ғимазетдин тигән кешенән сыҡҡан, тип фаразланы. Ысынлап та, халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Ғимазетдинов фамилияһы менән бер ғаилә бар ине. Әммә унда Сергей Наил улының ҡартатаһы тураһында мәғлүмәт булмай сыҡты. Артабан метрикаларҙы өйрәнергә тотондом. Ауылдағы тыуым-үлемде, никах теркәүҙәрен ауыл муллалары ғәрәп графикаһы менән яҙып барған. Әммә көтмәгәндә бер мәсьәлә килеп тыуҙы, метрика кенәгәләрен уҡый белгән кеше кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт эҙләргә тура килде.


Бәхеткә күрә, Туймазыла ғәрәп яҙмаларын өйрәнгән Альберт Исмәғилевты осраттым. Ул миңә ярҙам итте. Метрика яҙмаларын уҡығас, Сергей Наил улы Ғимаевтың этник башҡорт булыуы асыҡланды. Был ғәжәп түгел, Кәкребаш ауылындағы халыҡтың күпселеге – башҡорттар. Хоккейсының шәжәрәһе: Сергей – Наил – Йәмғетдин – Ғимазетдин – Ғәбделғәфәр – Ғәбделйәббәр – Мәмбәт».


«Башинфом» бынан алда Ғимаев Кубогына хоккей буйынса турнир йыл һайын үткәреләсәге хаҡында яҙғайны.



Вернуться назад