Башҡортостан спортсыһы тай боксы буйынса халыҡ-ара титулға лайыҡ булды14.01.2025
Фото: Сибай хакимиәте

Башҡортостан спортсыһы тай боксы буйынса халыҡ-ара титулға лайыҡ булды

Башҡортостан спортсыһы Зарина Исламова Таиландта тай боксы буйынса халыҡ-ара титул яуланы. Был хаҡта Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.


23 йәшлек Зарина Исламова 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Таиланд спортсыһы Дангконгфа Банчамекты ышаныслы еңде.


«Ярыштар легендар Раджадемнерн стадионында үтте. Был Таиландтың тай боксы (муай-тай) ҡағиҙәләре буйынса алыштар ойошторолған стадиондарҙың береһе, Раджадемнерн стадионы чемпионы титулы был спорт төрөндә абруйлы булып һанала. Зарина – Сибайҙың «Ҡара аждаһа» клубы тәрбиәләнеүсеһе,  Александр Гаврилов етәкселегендә шөғөлләнә», – тип билдәләнеләр Сибай хакимиәтендә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Зарина Исламова муай-тай буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы, ә 2024 йылда Грецияла тай боксы буйынса донъя чемпионатында еңеүсе булды.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-01-13/sportsmenka-iz-bashkirii-zavoevala-mezhdunarodnyy-titul-po-tayskomu-boksu-4082081



Вернуться назад