Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...
Башҡортостан – Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәктәренең береһе. Уҙған биш йылда уның инфраструктураһы донъя кимәлендәге ҙур спорт үҙәктәре менән тулыланды.
Өфөлә юғары халыҡ-ара кимәлдәге объекттар – Көрәш һарайы, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөлдө, ә Фехтование үҙәге, һис бер арттырыуһыҙ, донъяла иң яҡшыһы. Әммә был эш – матур һандар өсөн түгел.
– Беҙ меңәрләгән майҙансыҡ һәм иң яҡшы спорт һарайҙары төҙөй алабыҙ. Ләкин беҙ статистика өсөн түгел, ә халыҡ өсөн эшләйбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйткәнсә, был мәсьәләлә битараф ҡала алмайбыҙ. Беҙҙең уңыш төҙөлгән объекттар һаны менән түгел, ә республика халҡының улар тураһында ни тиклем күп белеүе, уларҙың эсендә булыуы менән баһалана, – тине Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.

Спортты яҡтыртҡан журналистарҙың «Спорт ҡәләме осонда: Евразия йөрәгенән ҡараш» форумы тап ошо һүҙҙәр менән башланды һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәренең спорт клубтары менән формаль аралашыу түгел, ә профессиональ диалогына әүерелде. Ул Башҡортостандың спорт берләшмәһе алдында торған бер нисә етди стратегик бурысты билдәләне. Уларҙың иң мөһиме – Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү менән бергә спортты сифатлы итеп үҫтереү.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев билдәләүенсә, Югославияла Олимпия уйындарын үткәрелмәһә, беҙ Исландияла Сараево йәки Рейкьявик тигән ҡала хаҡында белмәҫ тә инек, бәлки. Илдәр Олимпиада, башҡа халыҡ-ара ярыштарҙың «хужаһы» статусы өсөн көрәшә, бының ҡеүәтле милли үҫеш катализаторы икәнлеген аңлай. Был спорт абруйы тураһында ғына түгел, ә дәүләт имиджы, спорт объекттары, ҡунаҡхана комплекстары төҙөлөшөнә ғәйәт ҙур инвестициялар, яңы эш урындары һәм, ғөмүмән, иҡтисадты нығытыу тураһында. Шулай уҡ – үҙ төбәгеңә һәм унда йәшәүселәргә ихтирам, уларҙың донъяның төрлө илдәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәләтен таныу һәм һоҡланғыс байрам ойоштороу тураһында.
Башҡортостандың спорт берләшмәһенең тап хәҙер был мөһим эште дауам итеү мөмкинлеге бар, тип билдәләне Руслан Хәбибов.
– Беҙҙең донъяның 30 иленән 5,5 мең кеше һәм Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашлығында «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумын үткәреү буйынса уңышлы тәжрибә бар. Алда – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы һәм волейбол буйынса халыҡ-ара турнир. Унда Рәсәй, Беларусь Республикаһы, Куба һәм Иран йыйылма командалары осраша. Өфө донъя кимәлендә танылыу яулай бара, – тине Руслан Хәбибов.
Эйе, глобаль сәйәсәт спорт мөхитенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Кисә генә бөйөк спортсыларыбыҙға Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһау тыйылғайны. Бәхеткә, хәл үҙгәрә һәм хәҙер, һис ҡасан булмағанса, киң мәғлүмәт сараларына чемпиондарыбыҙҙы алғы планға сығарыу мөһим. Мәҫәлән, «Башинформ» Өфө боксеры Артур Собханғолов тормошондағы иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙ тураһында материал әҙерләне. Бөгөн уйындың иҫәбен, дистанцияны үтеү ваҡытын, турнир таблицаһында биләгән урынды еңел генә табырға мөмкин, тип иҫәпләй форумдың махсус ҡунағы, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тигран Аванян. Ә бына спортсылар менән күберәк ҡыҙыҡлы интервьюлар кәрәк.
– Юғары ҡаҙаныштар спорты – ваҡиғалар, матчтар, мәрәйҙәр, секундтар, голдар ғына түгел. Бөтә ил ғорурланған миҙалдар артында – тере кешеләр. Беҙгә улар хаҡында һөйләргә кәрәк, – тип билдәләне Тигран Аванян. – Журналист менән әңгәмәләшкәндә спортсы асылып, үҙен ҡыҙыҡлы әңгәмәсе итеп күрһәтә ала, хатта ҙур аудиторияға ысын мәҙәни шок булырға мөмкин. Бындай материалды миллионлаған кеше ҡарай.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың спорт клубтары ошондай эксклюзив мәғлүмәтте, урындағы киң мәғлүмәт сараларын «күрмәмешкә һалышып», туранан-тура федераль сайттарға ебәрә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов йыйылыусыларға клубтарҙың Башҡортостан биләмәһендә эшләүе һәм республика бюджетынан финансланыуы хаҡында иҫкә төшөрөп үтте. Ә иң мөһиме, уларҙың көйәрмәндәр берләшмәһенең йөрәге тап ошонда, республикала тибә.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ул ысынлап та беҙҙең төп спорт яңылыҡтарын йышыраҡ федераль матбуғат вәкилдәре мәғлүмәтте аныҡлау өсөн шылтыратып һорашҡас ҡына белә. Ә йылдар буйына команданы оҙатып йөрөгән, спортсылар өсөн, көйәрмәндәр өсөн эшләгән урындағы журналистар яңылыҡтарҙан ситтә тороп ҡала. Спорт журналистарының беренсе форумы дауамлы булыр, был етешһеҙлекте бөтөрөр, тип иҫәпләй спорт министры.
– Әгәр һигеҙ йыл элек спорт министрлығының профессиональ клубтарға һәм командаларға бер ниндәй ҙә тиерлек ҡатнашы булмаһа, бөгөн беҙ һәр клуб менән әүҙем эшләйбеҙ. Ләкин ни өсөндөр тәүге яңылыҡтарҙы федераль киң мәғлүмәт сараларынан беләбеҙ. Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине Руслан Хәбибов. – Мәҫәлән, беҙ «Башинформ» агентлығы менән «Спорт-Башинформ» тигән махсус бүлек булдырыу тураһында килешеү төҙөнөк. Минеңсә, беҙ алға табан ҙур аҙым яһаныҡ.
Бынан тыш, «Спорт ҡәләме осонда: Евразия йөрәгенән ҡараш» спорт журналистары форумы фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Әммә был сараның асылы журналистарҙың һөнәри алымдарынан күпкә тәрәнерәк. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев белдереүенсә, Башҡортостан бөгөн спорт тармағын үҫтереү буйынса бөтә стандарттарҙы үтәй һәм ил картаһында алдынғы урындарҙы һаҡлай. Төбәктә 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй, һәм ҙур спорт кластеры төҙөлөшө дауам итә. Халыҡ-ара спорт ярыштарының Өфө ареналарына кире ҡайтыуы – спорт календарындағы дата ғына түгел. Был Рәсәйҙең һәм донъяның бөйөк спортсылары киләсәктә кемдең флагы аҫтында сығыш яһаясағы өсөн көрәш ул. Ошо көрәштең һөҙөмтәһе башлыса Башҡортостандың спортты яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларынан тора.
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...
Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт
Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...
Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт
Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...
«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...
Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт
Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...
Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт
«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....
Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт
Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...
Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт
Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...
Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт
4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......
Тотош уҡырға 12
Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт
Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....
«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...
Тотош уҡырға 11
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...
Тотош уҡырға 10