Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт » Өфө боксеры Артур Собханғолов тормошондағы иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙҙы атаны

Артур Собханғолов — Азия һәм Европа чемпионы. Апрелдә билдәле тажик боксеры Баһадир Усмановты нокаутҡа ебәргәндән һуң уның исеме бөтә донъяға танылды. Бокс йондоҙоноң уңышы артында кемдәр тора — «Башинформ» хәбәрсеһе асыҡланы.

Фото: Валерий Шахов / Башинформ

Башҡортостандың ғына түгел, донъя боксы йондоҙо Артур Собханғоловтан интервью алыу теләге менән күптән яна инем. Бер нисә халыҡ-ара титул яулап, хәҙер инде донъя чемпионы исеме өсөн алышырға әҙерләгән боксер ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, шунда уҡ был тәҡдимгә ҡыуанып ризалашты. Артур иртәгәһе көнгә хатта бер сәғәт алдан килеп етте. Тәүҙән үк тарамыш кәүҙәһе, йөҙөнә ҡәтғи етдилек өҫтәгән һаҡалы, ундағы һуңғы алыштан ҡалған яра эҙҙәре күҙгә ташлана. Шундай ҙур спортсының редакцияға килеүе бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы, айырыуса ҡатын-ҡыҙ коллегаларым ҡабат-ҡабат боксерға күҙ һирпеп-һирпеп ҡуя. Әйткәндәй, әңгәмә бокс тирәләй генә түгел, гүзәл зат вәкилдәре хаҡында ла барҙы. 

Артур тормошонда иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙ барлығын һөйләне. Кемдәр улар? Был хаҡта «Башинформ» агентлығының мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Иң көслө

Һәр спортсының артында көслө ҡатын — уның әсәһе тора, ти Артур.

«Сағыштырмаса һуң ғына, 14 йәшемдә, спорт менән шөғөлләнә башланым, тәүҙә кикбоксинг менән, унан — бокс. Урамда «тиҙәк тибеүҙе» туҡтаттым. Атай-әсәйем тәүҙә боксҡа йөрөүемде хупламаны. Имгәнеп ҡуйыуың бар, тип борсолдолар. Оҙаҡламай бокс йәшәү рәүешемә әүерелгәйне инде.

Йылдар үткәс, әсәй үҙенсә ризалығын бирҙе. «Һинең чемпион булыуың да, титул алыуың да беҙҙең өсөн мөһим түгел. Бары тик үҙең һау-сәләмәт бул», — тине. Бына шул әсәйҙең фатихаһы мине ҙур бейеклектәргә күтәрҙе. Әле ул ваҡытта донъя чемпионы исеменә дәғүә итермен тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Хәҙер инде был ысынбарлыҡ. Атай-әсәйемә миңә уҡырға һәм яратҡан спорт төрөм менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреүҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ күнекмәләр, сборҙар араһында яҡындарым, бигерәк тә әсәйем менән һөйләшеү өсөн ваҡыт табырға тырышам. Был миңә ифрат ҙур көс бирә».

Иң ышаныслы

«Тормошомдағы икенсе ҡатын-ҡыҙ — ул игеҙәгем Алина. Беҙ бергә был донъяға килгәнбеҙ, бер һуҡмаҡтан атлайбыҙ. Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ бала саҡтан төрлө булды. Мин спортҡа ылыҡтым, ә ул бөтөнләй икенсе өлкәне һайланы. Хәҙер инде үҙ ғаиләләребеҙ бар, әммә һәр саҡ беҙ бергә, уй-кисерештәребеҙ, хәстәребеҙ уртаҡ. Алинаға эс серҙәремде лә һөйләйем, иң ышаныслы кеше ул. 

Тағы ла бигерәк нескә күңелле, тәрән хисле лә. Өфөлә үткән ярышҡа килһә, минең алышҡанды ҡарай алмай, буҫлығып илап бөтә. Әйтерһең, миңә түгел, уға тондоралармы ни (көлә)?! Еңеп сыҡһам, игеҙәгемдән дә бәхетле кеше булмай. Уның ошо эскерһеҙ һөйөүе, ышанысы шулай уҡ миңә көс бирә», —  ти Артур.

Фото: Артур Собханғоловтың шәхси архивынан

Еңеүҙәргә әйҙәүсе

«Тренерым Мария Юрьевна Карабанова менән шөғөлләнә башлағанда, ул әле егерме йәшлек ҡыҙ ине. Тәүҙә уны бер кем дә етди ҡабул итмәне, хатта тәрбиәләнеүселәренән мыҫҡыл итеүселәр ҙә булды. Әммә ул сибек ҡыҙҙың башҡорт боксын үҫтереүгә индергән өлөшөн баһалап бөтөрлөк түгел. Мария Юрьевнаның ҡулы аҫтында тотош бер быуын спорт мастерҙары, чемпиондар үҫеп сыҡты. Рәсәй боксындағы күп ир-егет тренерҙар быға өлгәшә алмай. Минең остазымдың уңыш сере һәр спортсыға айырым иғтибар бүлеүендәлер, тип уйлайым. 

Ул остаз ғына түгел, киң ҡарашлы шәхес. Ихлас, ғәҙел, кәрәк саҡта ҡаты һәм талапсан. Минең өсөн иң мөһиме, ул яҡшы психолог. Ни тиһәң дә, һәр спортсының еңелеүҙәре, уңышһыҙлыҡтары була. Бокс менән шөғөлләнеүҙән арып, барыһын да ташлап ҡуйырға, башҡа эш менән шөғөлләнергә уйлаһам, ул һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәр таба. Тау аҡтарырҙай көс-дәрт биргән тренерым менән бәхетлемен», — тип уртаҡлаша боксер.

Фото: Мария Карабанованың шәхси архивынан

Иң мөһим

«Минең тормошомда иң мөһим ҡатын-ҡыҙ — кәләшем Нурия. Беҙ 2016 йылда Нижневартовск ҡалаһында нефть илдәре араһында барған халыҡ-ара ярышта таныштыҡ. Ул ваҡытта Нурия университетты тамамлап, ҡунаҡханала эшләп йөрөй ине. Уны күргәс, шунда уҡ ғашиҡ булдым. Телефон номерын һорап алдым. Беҙҙең яҡтыҡы булып сыҡты, бала сағында ғаиләһе менән ошо төбәккә күсеп киткән. Тыуған яғына алып ҡайттым, 31 май ғаилә ҡороуыбыҙға бер йыл була. 

Нурия тыйнаҡ, аҡыллы, минең терәк-таянысым, илһам сығанағым. Ул инде боксты ла аңлай (көлә), бөтә алыштарға йөрөй, боксерҙарға үҙ баһаһын бирә, ҡайһы ваҡытта ауыр буласағын белеп тора. Әммә бер ваҡытта ла күнекмәләргә ҡыҫылмай, кәңәш бирмәй. Бары тик янымда булырға тырыша, — ти боксер. — Әлбиттә, борсолоуҙар була, аныҡлап улар тураһында һөйләшәбеҙ. Нурия һәр саҡ дәртләндерер өсөн һүҙ таба. Мин уға шундай иҫ киткес хәстәрлек күреүе һәм мөхәббәте өсөн бик рәхмәтлемен».

Көтөп алынған

«Еңеү» һүҙе рус телендә ҡатын-ҡыҙ затында. Ә Артур өсөн ул үрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡала иң көтөп алынған, бөтә йәшлеген, көс-дәртен биргән тормоштағы иң мөһим ҡиммәт, тойғо...

«Күп тамашасылар һинең рингҡа сығыуыңды һәм алышыуыңды ғына күрә. Һәр алыш артында ауыр күнекмәләр ята. Бөтә ҡала йоҡларға ятҡанда һин сумкаңды йыйып буш залға юлланаһың. 12 раунд спарринг үткәрәһең, көс-хәлең ҡалмай, әммә барыбер дауам итәһең. Ҡайҙа ҡарама сикләүҙәр: туҡланыуҙа, ял итеүҙә, хатта һәр аҙымда. Онотолоп ял итеү, теләгән ваҡытта дуҫтар менән осрашыу мөмкин түгел. Бары тик даими контроль һәм ҡаты тәртип.
Әммә спортсы тормошонда мәл бар. Еңеүеңде иғлан итеп сыңлаған гонг тауышы, судья ҡулыңды күтәргән мәл ул. Был минутта бөтә ҡорбандар ҙа, үрҙәге мәшәҡәттәр ҙә сүп кеүек тойола. Сөнки ҡан-тир түгеп яулаған еңеү тойғоһонан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ», — тип тамамланы һүҙен Артур Собханғолов.
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»


Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 2

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...

Тотош уҡырға 5

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт

«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...

Тотош уҡырға 8

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...

Тотош уҡырға 8

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт

4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт

Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....

Тотош уҡырға 7

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...

Тотош уҡырға 11

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...

Тотош уҡырға 10