Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт » «Легенда китте»: Өфөлә күренекле мотоспортсы Николай Красниковты һуңғы юлға оҙаттылар
Фото: Инсаф Хужабирганов

«Легенда китте»: Өфөлә күренекле мотоспортсы Николай Красниковты һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Өфөлә мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красниковты һуңғы юлға оҙаттылар. Легендар мотоспортсы менән бәхилләшергә Н. Гастело исемендәге спорт мәктәбенә меңдәрсә кеше килде.

Болотло көн дә, мотоциклдарҙың көслө мотор тауыштары ла – сарала булған һәр күренеш ҡайғыға һалды. Йәнә бер ҡабат был тормоштоң фанилығына инандырҙы. Ысын кеше, донъя чемпиондары әҙерләйәсәк шәп тренер ине, тип иҫкә алды Николай Красниковты Мәскәү ҡунағы, мотоспорт буйынса Рәсәй федерацияһы вице-президенты Евгений Паршин.


«Әле ниндәй кешене юғалтҡаныбыҙҙы аңлап та етмәйбеҙ. Ул беҙҙең федерацияның бүлектәренең береһен етәкләргә, чемпиондар үҫтерергә тейеш ине. Мотоциклдар федерацияһы боҙҙа уҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының бер этабын Николай Красников иҫтәлегенә бағышларға ҡарар итте», — тине Евгений Паршин.


Николай Красников төрлө илдәрҙә сығыш яһап, 20 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Һәм һәр ярышта уны атаһы, тәүге тренеры Олег Красников оҙатып бара. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов Олег Николаевичтың, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.


«Һуңғы йылдарҙа Николай Олегович спорт мәктәбе директоры булып эшләне, ҡыҫҡа ваҡытта ҙур уңыштарға өлгәште. Ул һәр саҡ үҙ эше менән янып йәшәне, республикала мотоспортты үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур пландар ҡорҙо. Беҙ хөкүмәткә Николай Красников иҫтәлегенә бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар үткәреү буйынса тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ», — тине Руслан Хәбибов.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Николай Красниковтың уның өсөн ысын дуҫ булыуын билдәләне.


«Башҡортостанда Красниковты белмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. Уның сығыштарын ҡарарға халыҡ стадиондарға килде. Ул барыбыҙға ла ысын дуҫ ине, һуңғы йылдарҙа бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, бергә эшләнек», — тине Ирек Сәғитов.


Николай Красниковты тиҫтәләгән мотоциклдың көслө мотор тауышы аҫтында спорт мәктәбенән алып сыҡтылар. Матәм кортежын Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүселәре оҙатып барҙы. Красников үҙенең тыуған төйәгендә, Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһында ерләнәсәк. Хушлашыу 19 июндә сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем була.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, легендар мотоспортсы Николай Красников кисә төндә Кушнаренко районында трассала аварияға осрап һәләк булды. Ул идара иткән «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙаттан килгән «Газель» һәм «Ситрак» йөк машиналары менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә спортсы тиҙ ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 2

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...

Тотош уҡырға 5

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт

«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...

Тотош уҡырға 8

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...

Тотош уҡырға 8

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт

4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт

Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....

Тотош уҡырға 7

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...

Тотош уҡырға 11

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...

Тотош уҡырға 10


Комментарий өҫтәргә