Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт » Өфөнән «Салауат Юлаев»тың 86 йәшлек көйәрмәне хоккейға һөйөүе хаҡында һөйләне
Фото: Валерий Шахов

Өфөнән «Салауат Юлаев»тың 86 йәшлек көйәрмәне хоккейға һөйөүе хаҡында һөйләне

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан «Башинформ» сал сәсле көйәрмән менән осрашты. Хоккей, «юлаевсылар»ҙың уңыштары һәм плей-оффҡа булған өмөттәр хаҡында һөйләште.

«Юлаевсыларҙың» уйындарын ҡараһам, яҡындарым янымда булһа, минән дә бәхетле кеше юҡ, ти «Салауат Юлаев» хоккей клубының 86 йәшлек көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина.


Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы 15 йылдан ашыу яратҡан командаһының уйындарын ҡалдырмай ҡарай. Ул һәр хоккейсыны исемләп белә, яҡын улылай ҡабул итә, күптән түгел йәрәхәтләнгән Глеб Кузьмин өсөн лә борсола, 2011 йылғы йондоҙло составты ла һағынып һөйләй – бер һүҙ менән әйткәндә, ысын көйәрмән.


«Рәхим итегеҙ, балаҡайҙар, беҙ һеҙҙе көтөп алдыҡ», – тип ҡаршы алды ишек төбөнән беҙҙе Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.


Ул көндө юлаевсылар Хабаровскиҙың «Амур»ы менән уйнай ине. Рәсәй гимны башланғас, инәй кинәт тороп баҫты. Был уның өсөн бик мөһим йола икән. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы Өфө клубы чемпионлыҡты яулаған йылда хоккейҙы ҡалдырмай ҡарай башлай. Ул саҡта ире Мөхәммәт Барый улы менән «Өфө-арена»ға йыш йөрөй.


«Хоккейға һөйөү бабайымдан ҡалды. Иптәшемдең арабыҙҙан киткәненә инде алты йыл. Ә мин «юлаевсылар» өсөн «көйөүемде» дауам итәм. Вячеслав Быков етәкселегендә «Салауат Юлаев» элек еңә алмаған командаларҙың кәрәктәрен биреп, чемпионлыҡ яулағанын яҡшы иҫләйем. Григоренконың кубокты күтәргәне әле лә күҙ алдымда. Ул саҡта бөтә Өфө гөрләне, беҙҙең хоккейсылар ысын йондоҙға әйләнде», — ти тәжрибәле көйәрмән.


Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы хоккей терминдарын яҡшы белә, «юлаевсы»ларҙың уйындарын ентекләп анализлай һәм Глеб Кузьмин һәм Григорий Паниндың ауыр йәрәхәттәре өсөн ҡайғыра.


«Минең өсөн «Салауат Юлаев»тың һәр уйыны байрам кеүек. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең спортсылар. Еңелгән саҡта борсолмаҫҡа тырышам, бындай йәштә һаулыҡ өсөн хәүефле», — тип йылмая инәй.


«Һеҙгә ҡайһы хоккейсы нығыраҡ оҡшай?» тигән һорауға, бөтә уйынсыларға ла үҙ балаларыма ҡараған кеүек ҡарайым, тип Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.


«Еңелһәләр ҙә, минең өсөн улар барыбер еңеүсе. Һәр матчтан һуң әйткән һүҙем: «Салауат» – чемпион!» Айырыуса Джошуа Ливо, Данил Алалыкин, Александр Хмелевский һәм Алексей Василевскийҙар матур хоккей менән ҡыуандыра. Ҡапҡасыларыбыҙ Александр Самонов менән Семен Вязовой ҙа көслө. «Салауат»тың данлыҡлы легионерҙарын иҫкә төшөрһәк, 73-сө һан аҫтында Хартикайнен яҡшы уйнай ине. Сергей Михалев, Венер Сафин, Николай Цулыгин, Виктор Козлов – был легендар тренерҙарҙы ла хәтерләйем. Козловҡа республикабыҙ тарафынан ярҙам күрһәтелеүенә, Салауат Юлаев ордены алыуына бик шатмын», – ти Рәшиҙә инәй.


Рәшиҙә Мортазинаның хәтеренә иҫ китерлек. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр уйындың һөҙөмтәһен хәтерләй. Етмәһә, быйылғы миҙгелгә үҙенсә һығымта яһап, плей-оффта еңеү фаразланы.


«Быйыл плей-оффта шанстар күберәк. Кубокты ла еңә алабыҙ, тип уйлайым. Беҙҙең команда көслө, Ливо, көслө һаҡсылар, ҡапҡасылар бар. Өфө хоккей мәктәбе үҫешә. Мәҫәлән, беҙҙең Шакир Мөхәмәҙуллин хәҙер НХЛ-да сығыш яһай», – тип фаразланы инәй.


Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы хоккей тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләй ала. Һәр матч уның күңелен йылыта, шатлыҡ килтерә. Бөгөн ул балаларының һәм ейәндәренең спорттағы еңеүҙәренә лә һөйөнә. Ҡыҙы Римма Имамова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында гимнастика буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Уның етәкселегендге «Страдл» спорт-аэробика шоуы 30 йыл дауамында йөҙләгән спортсы үҫтергән. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙының ейәне Рөстәм – акробатика буйынса спорт мастерлығына кандидат. Ейәнсәре Ғәйшә лә быйыл акробатика менән шөғөлләнә башлаған.


«Хоккейсыларыбыҙ менән бергә тағы ла күп шатлыҡлы мәлдәр кисерергә Хоҙай насип итһен. «Юлаевсыларҙың» уйындарын ҡараһам һәм яҡындарым янымда булһа, миңә ошонан башҡа кәрәкмәй. Балаларымдың, ейәндәремдең дә спортты һайлауы менән ғорурланам. Һаулыҡ теләйем, барлыҡ эштәрендә уңыштар юлдаш булһын», — тип теләктәрен еткерҙе Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 2

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...

Тотош уҡырға 5

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт

«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...

Тотош уҡырға 8

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...

Тотош уҡырға 8

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт

4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт

Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....

Тотош уҡырға 7

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...

Тотош уҡырға 12

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...

Тотош уҡырға 11


Комментарий өҫтәргә