«Салауат Юлаев» «йәшел дерби» миҙгелендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы 29.01.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» «йәшел дерби» миҙгелендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы...
Өфөнән «Салауат Юлаев»тың 86 йәшлек көйәрмәне хоккейға һөйөүе хаҡында һөйләне
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан «Башинформ» сал сәсле көйәрмән менән осрашты. Хоккей, «юлаевсылар»ҙың уңыштары һәм плей-оффҡа булған өмөттәр хаҡында һөйләште.
«Юлаевсыларҙың» уйындарын ҡараһам, яҡындарым янымда булһа, минән дә бәхетле кеше юҡ, ти «Салауат Юлаев» хоккей клубының 86 йәшлек көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина.
Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы 15 йылдан ашыу яратҡан командаһының уйындарын ҡалдырмай ҡарай. Ул һәр хоккейсыны исемләп белә, яҡын улылай ҡабул итә, күптән түгел йәрәхәтләнгән Глеб Кузьмин өсөн лә борсола, 2011 йылғы йондоҙло составты ла һағынып һөйләй – бер һүҙ менән әйткәндә, ысын көйәрмән.
«Рәхим итегеҙ, балаҡайҙар, беҙ һеҙҙе көтөп алдыҡ», – тип ҡаршы алды ишек төбөнән беҙҙе Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
Ул көндө юлаевсылар Хабаровскиҙың «Амур»ы менән уйнай ине. Рәсәй гимны башланғас, инәй кинәт тороп баҫты. Был уның өсөн бик мөһим йола икән. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы Өфө клубы чемпионлыҡты яулаған йылда хоккейҙы ҡалдырмай ҡарай башлай. Ул саҡта ире Мөхәммәт Барый улы менән «Өфө-арена»ға йыш йөрөй.
«Хоккейға һөйөү бабайымдан ҡалды. Иптәшемдең арабыҙҙан киткәненә инде алты йыл. Ә мин «юлаевсылар» өсөн «көйөүемде» дауам итәм. Вячеслав Быков етәкселегендә «Салауат Юлаев» элек еңә алмаған командаларҙың кәрәктәрен биреп, чемпионлыҡ яулағанын яҡшы иҫләйем. Григоренконың кубокты күтәргәне әле лә күҙ алдымда. Ул саҡта бөтә Өфө гөрләне, беҙҙең хоккейсылар ысын йондоҙға әйләнде», — ти тәжрибәле көйәрмән.
Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы хоккей терминдарын яҡшы белә, «юлаевсы»ларҙың уйындарын ентекләп анализлай һәм Глеб Кузьмин һәм Григорий Паниндың ауыр йәрәхәттәре өсөн ҡайғыра.
«Минең өсөн «Салауат Юлаев»тың һәр уйыны байрам кеүек. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең спортсылар. Еңелгән саҡта борсолмаҫҡа тырышам, бындай йәштә һаулыҡ өсөн хәүефле», — тип йылмая инәй.
«Һеҙгә ҡайһы хоккейсы нығыраҡ оҡшай?» тигән һорауға, бөтә уйынсыларға ла үҙ балаларыма ҡараған кеүек ҡарайым, тип Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
«Еңелһәләр ҙә, минең өсөн улар барыбер еңеүсе. Һәр матчтан һуң әйткән һүҙем: «Салауат» – чемпион!» Айырыуса Джошуа Ливо, Данил Алалыкин, Александр Хмелевский һәм Алексей Василевскийҙар матур хоккей менән ҡыуандыра. Ҡапҡасыларыбыҙ Александр Самонов менән Семен Вязовой ҙа көслө. «Салауат»тың данлыҡлы легионерҙарын иҫкә төшөрһәк, 73-сө һан аҫтында Хартикайнен яҡшы уйнай ине. Сергей Михалев, Венер Сафин, Николай Цулыгин, Виктор Козлов – был легендар тренерҙарҙы ла хәтерләйем. Козловҡа республикабыҙ тарафынан ярҙам күрһәтелеүенә, Салауат Юлаев ордены алыуына бик шатмын», – ти Рәшиҙә инәй.
Рәшиҙә Мортазинаның хәтеренә иҫ китерлек. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр уйындың һөҙөмтәһен хәтерләй. Етмәһә, быйылғы миҙгелгә үҙенсә һығымта яһап, плей-оффта еңеү фаразланы.
«Быйыл плей-оффта шанстар күберәк. Кубокты ла еңә алабыҙ, тип уйлайым. Беҙҙең команда көслө, Ливо, көслө һаҡсылар, ҡапҡасылар бар. Өфө хоккей мәктәбе үҫешә. Мәҫәлән, беҙҙең Шакир Мөхәмәҙуллин хәҙер НХЛ-да сығыш яһай», – тип фаразланы инәй.
Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы хоккей тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләй ала. Һәр матч уның күңелен йылыта, шатлыҡ килтерә. Бөгөн ул балаларының һәм ейәндәренең спорттағы еңеүҙәренә лә һөйөнә. Ҡыҙы Римма Имамова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында гимнастика буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Уның етәкселегендге «Страдл» спорт-аэробика шоуы 30 йыл дауамында йөҙләгән гимнаст һәм акробат үҫтергән. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙының ейәне Рөстәм – акробатика буйынса спорт мастерлығына кандидат. Ейәнсәре Ғәйшә лә быйыл акробатика менән шөғөлләнә башлаған.
«Хоккейсыларыбыҙ менән бергә тағы ла күп шатлыҡлы мәлдәр кисерергә Хоҙай насип итһен. «Юлаевсыларҙың» уйындарын ҡараһам һәм яҡындарым янымда булһа, миңә ошонан башҡа кәрәкмәй. Балаларымдың, ейәндәремдең дә спортты һайлауы менән ғорурланам. Һаулыҡ теләйем, барлыҡ эштәрендә уңыштар юлдаш булһын», — тип теләктәрен еткерҙе Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
«Салауат Юлаев» «йәшел дерби» миҙгелендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы 29.01.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» «йәшел дерби» миҙгелендә икенсе тапҡыр еңеү яуланы...
Рәсәйҙән БДБ илдәре уйындары еңеүселәренә 125 мең һум түләүҙәре ихтимал 28.01.2026 // Спорт
Рәсәйҙән БДБ илдәре уйындары еңеүселәренә 125 мең һум түләүҙәре ихтимал...
«Салауат Юлаев» сит боҙҙа «Аҡ Барыҫ» менән осраша 28.01.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» сит боҙҙа «Аҡ Барыҫ» менән осраша...
Илебеҙҙән 3 спортсы Италияла Олимпия уйындарында ҡатнаша 28.01.2026 // Спорт
Илдең йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге аныҡ исемлек менән таныштырҙы....
Башҡортостандан йәш уҡсы Ҡаҙағстанда үткән турнирҙа ике «алтын» алды 28.01.2026 // Спорт
Батырхан Ғайсин республика беренселегендә 71 тапҡыр еңеү яулай....
Рәсәйҙең йәш ауыр атлеттары IWF турнирҙарында флаг һәм гимн менән ҡатнаша 27.01.2026 // Спорт
Рәсәйҙең йәш ауыр атлеттары IWF турнирҙарында флаг һәм гимн менән ҡатнаша...
Башҡортостандан апалы-һеңлеле Бәлхийәровалар Ҡаҙағстанда иң мәргән уҡсы тип танылды 27.01.2026 // Спорт
Башҡортостандан апалы-һеңлеле Бәлхийәровалар Ҡаҙағстанда иң мәргән уҡсы тип танылды...
Башҡортостан спортсыһы Австралияла ярыштарҙа ҡатнаша 26.01.2026 // Спорт
Башҡортостан спортсыһы Австралияла ярыштарҙа ҡатнаша...
Ауыр атлеттар халыҡ-ара турнирҙарҙа Рәсәй флагы һәм гимны менән сығыш яһай 23.01.2026 // Спорт
Ауыр атлеттар халыҡ-ара турнирҙарҙа Рәсәй флагы һәм гимны менән сығыш яһай...
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй саңғы ярышы ойошторола 23.01.2026 // Спорт
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй саңғы ярышы ойошторола...
Ангелина Шәрифуллина – республикабыҙҙа киокушин буйынса Рәсәйҙең беренсе спорт мастеры 17.11.2025 // Спорт
Ангелина Шәрифуллина – республикабыҙҙа киокушин буйынса Рәсәйҙең беренсе спорт мастеры...
Тотош уҡырға 15
Башҡортостан шашкасылары донъя чемпионатында һәм беренселегендә 6 миҙал яуланы 14.11.2025 // Спорт
Төркиәлә йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионаты һәм беренселеге үтте....
Тотош уҡырға 10