Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазы районы буйлап эш сәфәре барышында “Туймазы-Арена” универсаль спорт комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.
— Туймазыларҙы ҡыуаныслы ваҡиға — яһалма боҙ түшәлгән комплекстарға эйә булған ҡалалар клубына инеү айҡанлы ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов. — Комплекс төҙөүгә һалған тырышлыҡ бушҡа китмәҫ тип ышанырға нигеҙ бар. Был — балаларҙың тормошон яҡшыртыуға табан яһалған тағы ла бер аҙым.
Республика Президентына тренажер, хореография залдарын, кейем алмаштырыу бүлмәләрен күрһәттеләр. Төбәк башлығына хәбәр итеүҙәренсә, комплексҡа идара итеү он-лайн режимында барасаҡ. Спорт ҡоролмаһында Рөстәм Хәмитов буфетты һәм спорт магазинын ҡарап сыҡты, уларҙың милек формаһы менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк башлығы яңы комплексҡа ыңғай баһа бирҙе.
— Боҙ аренаһын асыу — үҫеш күрһәткесе. Ул туймазылар тормошонда мөһим ваҡиға булып тора, — тине ул.
Спорт комплексы ике сиратта төҙөлә. Уның тәүгеһе әле тамамланды. Объекттың хаҡы — 302 миллион һум. Финанслауҙа Башҡортостандың Айырым маҡсатлы социаль программалар һәм “Башнефть” компанияһының хәйриә фондтары ҡатнашты. Комплекста фигуралы шыуыу, шайбалы хоккей секциялары, атлетика, фитнес, бейеү һәм башҡа залдар асыласаҡ. Объектты асыу тантанаһында республика Президентына урындағы “Девон” командаһы менән “Башнефть” йәмғиәтенең йыйылма командаһы араһындағы матчта ҡатнашырға тәҡдим иттеләр.