“33” — ырыҫлы һан!27.12.2011
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, төбәктә төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороу, һәләтлеләрҙе дәртләндереү буйынса башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәре хаҡында бер ни тиклем хәбәрҙар булһаҡ та, 53 йәшлек уҙамандың әле һаман конькиҙа оҫта шыуып, сәкәнде ҡулдан төшөрмәгәненә, спорт формаһын һаҡлауына нисек һоҡланмайһың!
Һүҙ ҙә юҡ, вазифалы етәксенең үҙе юл башлап, йәштәргә матур үрнәк булыуы — күптәр өсөн иң яҡшы маяҡ. Артыҡ һүҙ һөйләп, ноҡот уҡып тороу ҙа кәрәкмәй. Ауыл хужалығының төрлө тармағында, халыҡ тормошондағы бихисап эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бер команда булып эшләгән хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең боҙ өҫтөндә лә ир-егеттәрсә берҙәмлек, ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәтеүе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Спорт уйындарының һәммәһе лә, яҡшы кәйеф, сәләмәтлек бүләк итеүҙән тыш, кешегә йыйнаҡлыҡ, теүәллек, егәрлелек тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе сер түгел.
Ҡырҡтан ашыу спорт төрө киң йәйелдерелгән райондың спортсылары донъяның ҡайһы төбәгенә генә аяҡ баҫмаған: Австралия, Япония, Канада, АҠШ илдәре, Хельсинки, Париж, Прага, Вена, София, Ереван, Ашхабад ҡалалары... “Ыласын” балалар-үҫмерҙәр спорт клубы музейында әлшәйҙәрҙең данлы тарихын сағылдырған экспонаттар, географик карталар, приздар байлығы күҙҙе ҡамаштыра. “Атанан күргән — уҡ юнған...” мәҡәлен иҫкә төшөрөү был осраҡта үтә урынлы булыр. Музей тарихын байҡағанда район башлығының атаһы Радик Тимерхан улының заманында танылған спортсы, 1956 йылда “Урожай” ирекле спорт йәмғиәте ярыштарында конькиҙа уҙышыуҙа еңеүсе булғанын белдек. Ҡармыш мәктәбе директоры булып эшләгән Р. Мостафин урыҫ лаптаһы уйындарында бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы һәм Рәсәй призеры исемен яулаған. Спорт менән мауығыу “сирен”, күрәһең, улына ла йоҡторорға өлгөргән. Дамир Радик улының шорт-трек, шайбалы хоккей ярыштарында әүҙем ҡатнашыуын, йәштәрҙе үҙенә эйәртеүен яҡташтары яҡшы белә.
Быйыл райондың “Дим” командаһы составында ҡалалар араһында уҙғарылған I төркөм хоккей ярыштарының Башҡортостан чемпионатында башлыҡтың үҙе ҡатнашыуы бик күп нәмә хаҡында һөйләй түгелме? “33” һанлы һаҡсы тап башлыҡтың үҙе булыр.
— Тормошта бушлыҡҡа, ваҡытты әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйылмаһын, йәштәребеҙ тайғаҡ юлдан ары торһон өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, — ти етәксе. — Быйыл халыҡ көсө, бағыусылар ярҙамы менән егерме каток яһап йыһазландырҙыҡ. Көнө-төнө шау-гөр килгән боҙ майҙандарына ҡарап ихлас һөйөнәбеҙ. Яңыраҡ ауыр атлетика залы майҙанын ике тапҡыр киңәйттек, уңайлы шарттар тыуҙырҙыҡ. Спортсыларҙың уңыштары ла ҡыуандыра. II Спартакиадала ауыр атлетика буйынса финал ярыштарында беренсе урын яуланды, спорт мастерлығына кандидаттар үҫтерҙек. Баскетболсы һәм боксерҙарыбыҙ ҙа һынатмай. Велоспорт, ауыр атлетика буйынса Рәсәй ярыштарында байтаҡ егеттәребеҙ көсөн һынап ҡараны. Спорт — ул барыбыҙҙың да иң яҡын дуҫы.
Ҙур-ҙур һандар артына ышыҡланмай, мөһабәт төҙөлөштәр, ялтырауыҡлы һүҙҙәр менән мауыҡмайынса, халыҡтың тын алышын һиҙеп, уның хәстәрлеген беренсе урынға ҡуйырға ғәҙәтләнгән етәксе өсөн боҙ майҙаны ла сыҙамлыҡҡа, өлгөргәнлеккә оло һынау ул.


Вернуться назад