“Салауат Юлаев” клубы көйәрмәндәре йәй буйы хоккейға “һыуһап” өлгөрҙө. Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Кубогына уйындарҙы күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Быйыл турнирҙа “Авангард”, “Атлант”, Новокузнецкиҙың “Металлург”ы, Чехиянан “Энергия” кеүек командалар ҡатнашҡанын иҫәпкә алғанда, көрәш көсөргәнешле булмаҡсы. Байтаҡҡа яңырған Өфө командаһы быға тиклем Прагала үткән турнирҙа ҡатнашҡайны, әммә ыңғай һөҙөмтә күрһәтә алманы. Шуға ла үҙ майҙанында көйәрмәндәр юлаевсыларҙан тик еңеү генә өмөт итте. Тәүге уйында беҙҙекеләр Чехия чемпионатында сығыш яһаған “Энергия” командаһы менән осрашты. Беренсе шайбаны ҡунаҡтар сәпәне, әммә юлаевсылар ошоно ғына көткән тиерһең! Тәүге осорҙа “Энергия” туҡмалған малай хәлендә ҡалды: уның ҡапҡаһына бер-бер артлы биш шайба инеп сыҡты. Аҙаҡ та хәл үҙгәрмәне: беҙҙекеләр һөжүм итте, тегеләр күберәк һаҡланды. Шулай ҙа “Энергия” уйын аҙағында ике шайба менән юлаевсыларҙың кәйефен ҡырҙы, беҙҙекеләр тағы берәүҙе сойорғотто. Һөҙөмтәлә уйын 6:3 иҫәбе менән тамамланды. “Салауат”тың яңы уйынсылары ла һынатманы, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Бигерәк тә һөжүмселәр Теему Хартикайнен, Дмитрий Макаров, һаҡсы Алексей Гришин көйәрмәндәрҙә ыңғай тәьҫорат ҡалдырҙы. Шулай уҡ Штефан Ружичка, Антти Пильстрем, Игорь Мирнов һәм Никита Филатов та гол индереп, үҙҙәренең көслө уйынсылар икәнлеген хәтергә төшөрҙө.