Сағыу ҡояш, йылы диңгеҙ, ҡунаҡсыл Сочи... Киләһе йылдың 7 – 23 февралендә үтәсәк ХХII Ҡышҡы олимпия уйындарының, уның артынан уҡ 7 – 16 мартта үтәсәк ХI Ҡышҡы паралимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочи бөгөн ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бәһлеүән һаҡсыларҙай баҫҡан мәңге йәшел кипаристар, ғорур пальмалар, шау сәскәле ҡыуаҡлыҡтар әле тегендә, әле бында ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт биналар алдында нисектер юғалып ҡалғандай. Диңгеҙ буйына теҙелгән 20 – 27-шәр ҡатлы яңы ҡунаҡханаларҙа Олимпиадаға килгән тамашасылар, төрлө илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар урынлаштырыласаҡ. Уларҙы ярыштар үтәсәк майҙандарға махсус автобустар, тиҙ йөрөшлө электропоездар йөрөтәсәк. Олимпиада программаһына ярашлы, ҡалала Төркиә, Германия, Канада, Сербия һәм башҡа күп илдәр вәкилдәре төҙөгән бихисап объекттарҙың барыһы ла ошо көҙҙә сафҡа индерелә. Әле уларҙа нигеҙҙә матурлау-биҙәү эштәре бара. Олимпия уйындары үткәс, бөтә был объекттар Сочиға мираҫҡа ҡаласаҡ. Ә Олимпиадаға ҡағылышы булмаған төҙөлөштәр йыл аҙағынан эштәрен ваҡытлыса туҡтатып торасаҡ. Бөтә донъя ҡунаҡтарын йылы һәм лайыҡлы ҡаршылау – Сочи халҡы өсөн изге бурыс: күптәр, сит ил кешеләре менән яҡындан аралашырға ниәтләп, махсус ойошторолған сит телдәрҙе өйрәнеү курстарына йөрөй, йорт-ҡаралты, өй алдары тәртипкә килтерелә, ваҡ һәм эре йылғалар аша һалынған иҫке күперҙәрҙең буяуҙары яңыртыла, яңылары сафҡа индерелә, урамдарға асфальт түшәлә. Аэропортта Олимпиада рейстары өсөн махсус терминал сафҡа индерелде, автомобиль юлдарында заманса айырсалар булдырылды. Анна Григорьевна, пенсионер: — Олимпиадаға әҙерлекте, киң йәйелдерелгән төҙөлөштө күреп ҡыуанам да, көйөнәм дә. Ҡыуанам, сөнки ҡала тағы ла матурлана, төҙөкләндерелә, көйөнәм, сөнки тәбиғәткә барыбер аҙмы-күпме зыян килде: күпме йөҙйәшәр ағас киҫелде, һәр урындан күренеп торған диңгеҙҙе яңы бейек йорттар ҡапланы. Сейсмология күҙлегенән сығып төҙөлгән элекке
«хрущевка»лар янында түбәһе күккә тейгән яңы йорттарҙың ҡалҡыуы, әлбиттә, уҙған йылдың декабрендә, быйылғы май айында булып үткән ер тетрәүҙәренән һуң бер аҙ шомландыра ла. Америкала йәшәгән улым, Германияла йәшәгән ҡыҙым ғаиләләре менән Олимпиадаға киләсәк. Бергәләшеп Боҙ аренаһында фигуралы шыуыу буйынса ярышты һәм Олимпиаданы ябыу тантанаһын ҡарарға ниәтләйбеҙ. Йыл һайын бында ялға килгән ике миллиондан ашыу кешене ҡабул итергә күнеккән сочиҙар Олимпиада көндәрен түҙемһеҙләнеп көтә: аҙмы-күпме аҡса эшләп ҡалырға әҙерләнеп, шәхси ҡунаҡханаларын, ҡуртымға биреләсәк фатирҙарын ремонтлайҙар. Олимпиада символикаһы төшөрөлгән сувенирҙар, спорт кейемдәре һатыласаҡ урындар күбәйә. Сочиҙың Олимпия уйындары үтәсәк ҡала тип иғлан ителеүенә алты йыл уҙҙы. Шул арала бында үтә лә күп эш башҡарылыуына ҡаланың үҙендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ төҙөлөш объекттары ҡалҡыуын күреп кенә түгел, ә Сочиҙан Ҡыҙыл Яланға, Роза Хуторға, төҙөлөп бөткән һәм әле лә һалынып ятҡан олимпия объекттарына ойошторолған махсус экскурсияла ҡатнашып та инандым. Тәжрибәле гид Инна Липовская туғыҙ сәғәткә һуҙылған был экскурсияла Сочи ҡалаһы, Адлер, Ҡыҙыл Ялан, Роза Хутор һәм юлыбыҙ үткән тағы әллә күпме
тораҡ пункттары, Псоу, Мацеста, Мзымта йылғалары, Ахун тауы, Агура тарлауығы атамаларының килеп сығыу тарихы тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ҡыҙыу эш барған олимпия төҙөлөштәренең һәр береһе тураһында тулы мәғлүмәт тә бирә. Олимпия паркы Беҙҙе йөрөткән уңайлы экскурсия автобусынан төшөп, Имеретин уйһыулығында урынлашҡан Олимпия паркына инәбеҙ. Ул Ҡара диңгеҙ буйында ғына. Бында “Ҙур” хоккей боҙ һарайы, “Шайба” аренаһы, “Адлер-Арена” конькиҙа шыуыу үҙәге, “Айсберг” ҡышҡы спорт һарайы, “Боҙ кубы” (“Ледяной куб”) керлинг үҙәге, шулай уҡ ҡырҡ мең тамашасыға иҫәпләнгән “Фишт” олимпия стадионы урынлашҡан. Бөтә спорт үҙәктәре Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары үтәсәк ошо ҙур стадион тирәләй генә, уларҙың барыһын урап сығыу өсөн егерме минут ваҡыт та етә. Боҙ ареналарының барыһы ла төҙөлөп бөтөп, инде уларҙа Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө ярыштар үткәрелһә лә, был Олимпия паркында барған төҙөлөш эштәренең әле осо-ҡырыйы күренмәгән һымаҡ. Әле тәҙрәләре лә ҡуйылып бөтмәгән, биҙәү-матурлау эштәре башланмаған буласаҡ ҡунаҡханаларҙы, төҙөлөш материалдары тулып ятҡан майҙансыҡтарҙы, йәшеллеге ҡалмаған был Олимпия паркын күреп, ирекһеҙҙән һорау тыуа: өлгөртөрҙәрме? — Барыһы ла план буйынса бара! — ти гид. — Әлбиттә, өлгөртәсәктәр. Уйындар башланыуға был урын гөл-сәскәгә күмеләсәк. Өс йыл элек үк донъяның төрлө ҡитғаларынан килтерелеп, махсус питомниктарға урынлаштырылған, шул арала был яҡтарҙың климатына яраҡлашып, әле күптәре шау сәскәлә ултырған йөҙәр меңләгән ағас-ҡыуаҡ, төрлө экзотик үҫемлектәр ошо Олимпия паркына күсереп ултыртыласаҡ. Һәр береһе юғары архитектура өлгөһө булған объекттар йәйғор төҫөндәге уттар менән яҡтыртыласаҡ, һәм тыштан был Парк әкиәт донъяһын хәтерләтәсәк. Ҡыҙыл Ялан Олимпия паркынан сыҡҡас, сәфәребеҙ Ҡыҙыл Яланға бейек-бейек тауҙар аша һалынған яңы серпантин юлдарҙан дауам итә. Оҙонлоғо дүртәр саҡрымға һуҙылған, инде сафҡа индерелеп, Мәскәү метроларын хәтерләткән яңы тоннелдәр аша сығабыҙ. Уларҙың стеналарына йәбештерелгән затлы кафелдәр күҙҙең яуын ала. Бында киткән сығымдарҙың әллә нисә миллиард һумдарға етеүе лә аптыратмай. Олимпия паркын Ҡыҙыл Ялан менән тоташтырасаҡ яңы тимер юлы эргәһенән үтәбеҙ. Бында ла ҡыҙыу мәл. Ҙур-ҙур үҙбушатҡыстар, күп ят техника, махсус форма кейгән эшселәр... Шундай һандар ишетәбеҙ: 2014 йылдағы Олимпия һәм ХI Паралимпия уйындарына әҙерлек программаһына ярашлы, «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте барлығы 157 саҡрым яңы юл һаласаҡ. Был төҙөлөштә
ун биш меңдән ашыу кеше эшләй. Ошо йылдың өсөнсө кварталына улар Адлерҙан “Альпика-Сервис” курортына илткән яңы трассаны, дөйөм оҙонлоғо 9703 метрға еткән 21 күперҙе, барлығы 10408,5 метр тәшкил итәсәк алты тимер юл тоннелен һәм Имеретин курортын, Эсто-Садок, Альпика-Сервис тип аталған яңы өс тимер юл станцияһын сафҡа индерергә тейеш. Автомобиль һәм тимер юлдарының уңайлы һалыныуы арҡаһында Олимпия паркынан Ҡыҙыл Яланға 30 минут эсендә барып етергә була. Уйындар ваҡытында әле һалыныусы Адлер тимер юл вокзалына поездар ун минут һайын килеп-китеп торасаҡ. Саңғыла уҙышыу, биатлон, бобслей, трамплиндан һикереү, сноуборд, фристайл буйынса ярыштар үтәсәк Ҡыҙыл Ялан беҙ булып киткән Олимпия паркынан 38 саҡрым йыраҡлыҡта, диңгеҙ кимәленән 600 метр бейеклектә ята. Уның тирә-яғын түбәһен ҡар ҡаплаған, бейеклеге өсәр мең метрға еткән бейек-бейек тауҙар уратҡан. Ҡыҙыл Яланда һалынған тау саңғыһы трассаларында былтыр уҡ милли һәм халыҡ-ара кимәлдә ярыштар уҙҙы ла инде. Роза Хутор Ҡышҡы Уйындар ваҡытында тау саңғыһы спортының күп төрҙәре буйынса ярыштар уҙасаҡ Роза Хутор – төп олимпия объекттарының береһе. Сәйер тойолған был атаманың килеп сығыу тарихы шундай: ХIХ быуат аҙағында Ҡыҙыл Ялан ерҙәренә бер төркөм эстондар килеп төпләнә, шулай итеп, бөгөнгө Эсто-Садок ауылына нигеҙ һалына. Күскенселәрҙең Эдуард Роза исемлеһе, айырылып, тәбиғәттең тағы ла гүзәлерәк бер мөйөшөнә — Мзымта йылғаһы буйындағы бейек тау итәгенә барып ултыра һәм бында үҙенең хуторын булдыра. “Эдуард Роза әфәнденең хуторы” тора-бара “Роза Хутор”ға әйләнә. Ул Адлерҙан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ята. Роза Хуторҙағы тау саңғыһы комплексында булыу онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мзымта йылғаһы ярынан башланған канат юлынан махсус кабиналарҙа тау саңғыһы ярыштары уҙасаҡ трассаның башына, махсус эшләнгән майҙансыҡтарҙа ике тапҡыр туҡталыш яһап, ярты сәғәттәй күтәрелдек. Диңгеҙ кимәленән 2320 метр бейеклектә урынлашҡан был старт урынында йыл әйләнәһенә ҡалын ҡар ята. Аҡ ҡар һәм үтә лә сағыу ҡояш нурҙары күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Шундай бейек тау түбәһендә хатта кафе, ресторан да бар. Канат юлдан күтәрелгәндә, тау һырттарындағы ҙур-ҙур япмаларға иғтибар итәһең. — Улар – ҡар һаҡлағыстар, — ти гид. – Киләһе ҡыштың нисек килере билдәһеҙ. Ҡар аҙ булһа йәки бөтөнләй яумаһа тип, уҙған ҡыш бында һигеҙ урында — хатта өс Олимпиадаға етерлек — ҡар запасы булдырылды. Ярыштар уҙасаҡ тауҙарҙың төрлө бейеклектәрендә 450 мең кубометр ап-аҡ ҡар тығыҙлап өйөлдө. Уларҙың өҫтө йылы үткәрмәй торған махсус материал менән ҡапланды. Кәрәк тип тапҡанда, махсус ҡорамалдар был запасты саңғы ярыштары уҙасаҡ трассаларға «яуҙырасаҡ». Сығымдар аптыратмай 2010 йылда уҡ матбуғатта, Олимпиада-2014 тарихта иң күп сығымлыһы буласаҡ, тиелгәйне. Ул саҡта Рәсәйҙең Уйындарға әҙерлек сығымы 950 миллиард һум тәшкил итәсәк тип билдәләнгәйне. Ләкин бөгөн һандар башҡасараҡ: 2014 йылдағы Ҡышҡы олимпия уйындарына әҙерлек буйынса дәүләт комиссияһы белдереүенсә, Сочиҙағы Олимпиадаға әҙерлек өсөн барлығы 1,526 триллион һум аҡса сарыф итеү ҡарала. Ошо йылдың 1 ғинуарына уның 1,136 триллион һумы тотонолған да инде. Төҙөүселәр төрлө фекерҙә Рәсми сығанаҡтар белдереүенсә, әле Олимпия объекттарында 80 меңдән артыҡ кеше эшләй. “Сочи яңылыҡтары”нда уларға эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе тураһында мәғлүмәт тә булды. Был ысынлап шулаймы? Тарихи төҙөлөш геройҙары үҙҙәренең йәшәү шарттарынан, эш хаҡынан ҡәнәғәтме? Жарко, 53 йәштә, инженер, Сербиянан: — Европаның башҡа илдәре менән сағыштырғанда, беҙҙең элекке Югославия республикаларында йәшәү кимәле түбән. Шуға сит илдәргә эшкә сығырға мәжбүрбеҙ. Миңә бығаса Иран, Ираҡ, Иордания, Ғәрәбстан төҙөлөштәрендә лә йылдар буйы эшләп ҡайтырға тура килде. Рәсәйгә тәүгә килеүем. Бында ла кешенең хеҙмәт хаҡы уның ниндәй фирмала ниндәй вазифа башҡарыуына бәйле. Мин — Австрияның Сочиҙа килешеү буйынса эшләгән бөтә донъяға билдәле Штрабаг төҙөлөш фирмаһында участка начальнигы. Олимпия уйындарын трансляциялау өсөн ҡатмарлы ҡоролма төҙөйбөҙ. Эш көнөбөҙ – ун сәғәт, өс сәғәт һайын — ун биш минут ял. Фирманың девизы – тәртип һәм сифат. Эш режимын боҙғандар тәүге ике осраҡта бишәр мең һум штраф түләй, ә өсөнсөгә боҙһа –эшенән китә. Хеҙмәт хаҡым — көнөнә ике йөҙ доллар (алты мең һумдан ашыу. – Авт.) тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Айырым фатирҙа ике кеше йәшәйбеҙ. Торлаҡ һәм ашханала туҡланыу сығымдарын фирма үҙе түләй. Иво, 50 йәштә, прораб, Македониянан: — Бындағы олимпия төҙөлөшөндә бер йылға яҡын эшләйем. Дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар, эш урынына фирманың махсус автобустары йөрөтә. Хеҙмәт хаҡым – сәғәтенә ете доллар. Өҫтәмә финанслау булғас та, эшләгән бөтә аҡсағыҙҙы иҫәбегеҙгә күсерәбеҙ, тип, әлегә кеҫә сығымдары өсөн генә биш мең һум бирәләр. Ләкин күп айҙар буйы 300-400 мең һум аҡса эшләп, уны бында ала алмай, виза ваҡыты сығыу арҡаһында ҡайтып киткән иптәштәребеҙ аҡсаларын өйҙәрендә инде ярты йыл көтә. Күсерерҙәрме? Билдәһеҙ. Мәғрүф, 28 йәштә, Үзбәкстандан: — Төҙөлөшкә эшселәр кәрәк, тигәс, ҡасабабыҙҙан ун кеше Сочиға килдек. Ҡала үҙәгендә ҡалҡҡан күп ҡатлы ҡунаҡхананы төҙөүҙә алты ай эшләнек. Кеҫә сығымдарына бирелгән аҡсаны ғаиләңә ебәреү түгел, үҙеңә лә еткереп булмай. Һүҙ ҙә юҡ, йәшәргә урын бирҙеләр, ашаттылар. Тик, тулы эш хаҡын алты айҙан, бирелгән күләмде үтәп сыҡҡас, түләйбеҙ, тинеләр. Ваҡыт еткәс, алаһы 120 мең һумыбыҙ артынан килгәндә, саҡ һуштан яҙманыҡ: прорабыбыҙ беҙгә тейешле аҡса менән үҙенең иленә ҡайтып киткән! Уны ҡайҙан табаһың, нисек хаҡлыҡ даулайһың? Йүнләп урыҫса ла белмәйбеҙ, паспортыбыҙ ҙа юҡ – уларҙы фирма йыйып алды, ҡулыбыҙҙа — ваҡытлыса теркәлеү ҡағыҙы ғына. Ситтән килгәнең йөҙөңә яҙылғас, аҙым һайын полиция туҡтата. Кеҫәңдә аҡсаң булһа, биреп ҡотолаһың, булмаһа, участкаға алып китәләр. Унан етәксеңә шылтыраталар, ул һине килеп ала. Эш хаҡыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡас, иптәштәрем өйҙәренән ебәрелгән аҡсаға кире Үзбәкстанға ҡайтып китте. Ә мин бер иптәшем менән икенсе фирманың төҙөлөшөнә күстем. Өс айҙа 52 мең һум аҡса эшләнек, ләкин бында ла алданылар. Был объектты төҙөүгә бүленгән аҡса тотонолоп бөткән, өҫтәмә финанслау буласаҡ, көтөгөҙ, тинеләр. Ләкин беҙ дөйөм ятаҡтан китергә тейеш, артабан ашау ҙа үҙебеҙҙән. Бына шулай. Әле өйҙән аҡса көтәм. Ростов ҡалаһына китергә йыйынам. Ундағы танышым шылтыратты. Бында алдамайҙар, ти. Али, 46 йәштә, арматурасы, Төркиәнән: – Диңгеҙ буйында 27 ҡатлы ҡунаҡхана төҙөйбөҙ. Килешеү буйынса бер йылға килгәнмен, әле өсөнсө ай эшләйем.Эш хаҡым — уртаса 80 мең һум. Ләкин әле үк ҡайтып китергә мәжбүрмен – төшкө ял ваҡытында диңгеҙҙә һыу ингәндә, кейемем аҫтына йәшереп һалған пакетымды урланылар. Ә унда бөтә документтарым: паспорт, Рәсәйҙә эшләргә рөхсәт ҡағыҙы, фирма шул көндө ҡулға биргән биш мең һум аҡса (төрөктәрҙең төп эш хаҡы тура үҙ илдәренең банктарындағы шәхси иҫәптәренә күсерелә. — Авт.) Милиция саҡырҙым, ғариза яҙҙырттылар, ваҡытлыса ҡулланырға танытма бирҙеләр. Өс-дүрт сәғәттән кеҫә телефоныма “Документтарыңды утыҙ мең һумға бирәбеҙ” тигән яҙыу килде. Полиция быға иғтибар ҙа итмәне, фирма ла был сумманы бирмәне. Төркиәнең Новороссийскиҙа урынлашҡан Рәсәйҙәге вәкәләтлегенә ебәрҙеләр. Унда алған таныҡлыҡ менән тиҙҙән Төркиәгә осам, яңы паспорт эшләткәс, бәлки, кире килермен. Бәхретдин, 41 йәштә, Үзбәкстандан: — Минеңсә, олимпия объекттарына ҡарағанда, шәхси төҙөлөштә эшләү ышаныслыраҡ. Ун биш кешенән торған бригадабыҙ менән Сочиҙа инде биш йыл тораҡ йорттар төҙөйбөҙ. Уртаса ун һигеҙ — егерме мең һум эш хаҡын хужабыҙ ваҡытында түләй. Рәсәй өсөн был аҡса аҙ һымаҡ, ә беҙ ҡәнәғәт — бындағы бер һум Үзбәкстанда алтмыш дүрт һум тора. Әле ҡала үҙәгендә ун ете ҡатлы йортто төҙөп бөттөк. Олимпиада башланыуға уның эсе-тышы һәм тирә-яғы күҙҙең яуын алып, ҡаланы үҙенсә матурлап торасаҡ. Сочи төҙөлөштәрендә Башҡортостан егеттәрен дә осратырға тура килде. Игорь, 45 йәштә, Стәрлетамаҡтан: — Дүрт категориялы водителмен. Ҡалабыҙҙа кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу менән шөғөлләнгән фирма аша Сочиға килдем. Ләкин улар биргән адреста эшселәр кәрәкмәй булып сыҡты. Фирмаға түләгән, юлға киткән аҡсаны кире ҡайтарыр өсөн ҡала буйлап эш эҙләй башланым. Үкенескә ҡаршы, юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән олимпия объекттарында ла, башҡа ҙур төҙөлөштәрҙә лә буш урындар булмай сыҡты. Сочиҙа торлаҡ үтә ҡиммәт — аҡсам тиҙ бөттө. Дүртенсе көндә генә эш таптым: әле шәхси эшҡыуар башлаған төҙөлөштә самосвал йөрөтәм. Хужам бер айға 35 мең һум түләне. Ашау, торлаҡ һәм юл хаҡы үҙемдән булғас, ғаиләмә ебәрергә аҡса ҡалманы ла тиерлек. Бөтөнләйгә ҡайтып китергә булдым. Һәр көнө — байрам Ни генә тимә, ғүмер-ғүмергә ҡунаҡтар ҡабул итергә өйрәнгән Сочиҙың бөгөнгө оло мәшәҡәттәре уның ҡәҙимге тормошон боҙмай. Һәр көнө байрамды хәтерләткән был ҡаланың пляждары әле Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, сит илдәрҙән килгән ял итеүселәр менән тулы. Ҡаланы күркәмләндереүгә йүнәлтелгән бөтә эштәр, шул иҫәптән тегендә лә, бында ла танауға килеп бәрелгән буяу еҫтәре, яңы түшәлгән асфальт боҫо, йәй айҙарында ҡырҡа күбәйгән автомобиль тығындары һәм буласаҡ Олимпиадаға бәйле тағы әллә күпме уңайһыҙлыҡтар бында бер кемдә лә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырмай. Сағыу ҡояш, йылы диңгеҙ, бөтә урында ойошторолған күңелле саралар ял итеүселәрҙең һәр көнөн онотолғоһоҙ итә. Ҡунаҡтарының тәнен дә, йәнен дә йылытып, күңелен ҡанатландырып оҙатырға күнеккән Сочиҙың исеме тиҙҙән донъя спорты тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ. Был ҡалаға һәм Олимпия уйындарын лайыҡлы үткәреүгә яуаплы бөтә илебеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!